-8 °С
Болотло
Гөлсинә ҡул эштәре менән бала саҡтан шөғөлләнә. Әсәһе Рәлиә менән өләсәһе Клара ханым да оҫта була. Тап улар ҡыҙыҡайҙа ижадҡа һөйөү тәрбиәләй. Гөлсинә тик ултырырға яратмай, заказға стилләштерелгән күлдәктәр тегә, сәйләндән биҙәүестәрҙе лә бынамын тигән яһап ҡуя. «Хәҙер ошо оҫталығыма балаларҙы ла өйрәтәм», – ти йәш уҡытыусы.
Гөлсинәгә беҙ тик уңыштар ғына теләйбеҙ!