-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
13 Октябрь 2022, 15:54

Аҡыҡ

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәрендә йыш осраған материалдарҙың тағы береһе – ҡыҙыл йәки ҡыҙғылт һары төҫтәге аҡыҡ (ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙ, русса – сердолик). Берәүҙәрен селтәр, һаҡалдарға тағылған сулпыларҙың ҡашында күрергә мөмкин булһа, икенселәре түңәрәк, йәки йөрәк формаһында эшкәртелгән рәүештә беркетелгән. Борондан уҡ донъялағы күп кенә халыҡтар был таштың сихри көсөнә ышанып, уны биҙәнеү әйберҙәрендә ҡулланған. Мәҫәлән, хәҙерге Пакистан ерендәге ете мең йыллыҡ тарихлы боронғо ултыраҡта аҡыҡ муйынсаҡтар табыла. Шумер-аккад мифологияһы буйынса аҡыҡ – мөхәббәт һәм муллыҡ алиһәһе Иштарҙың ташы.

Аҡыҡ
Аҡыҡ

Ғөмүмән алғанда, донъя халыҡтарының күбеһе борондан уҡ был ташты сихырҙан, яуыз көстәрҙән, ауырыуҙарҙан һаҡлаусы итеп ҡабул иткән. Төҫөнә ҡарап, уны Ҡояшҡа яҡын тип иҫәпләгәндәр. Тарихсыларҙың билдәләүенсә, аҡыҡ беҙҙең төбәктәргә йышыраҡ Һиндостандан Урта Азия аша сауҙа юлы менән килеп еткән. Күренекле археолог Нияз Мәжитов, боронғо ултыраҡтарҙа табылған әйберҙәргә нигеҙләнеп, X-XI быуаттарҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының аҡыҡтан эшләнгән муйынсаҡтарҙы күпләп ҡуллана башлауын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Башҡорттар араһында ла элек-электән аҡыҡтың сихри көскә эйә булыуына ишара яһаусы ышаныуҙар йәшәй. Халыҡ был ташты күҙ тейеүҙән, йыландан, үлемдән һаҡлаусы итеп ҡабул итә. Шуға күрә лә ҡурсалау маҡсатынан йәш килендәргә аҡыҡ ҡашлы йөҙөк, беләҙек йөрөтөргә ҡушҡандар. Мәҫәлән, «Ҡыҙ оҙатыу йолаһы» барышында ҡыҙ үҙенең сеңләүҙәрендә йыш ҡына аҡыҡты телгә ала:
Аҡ сепрәккә төргәнең
Аҡыҡ ҡына инеме, атаҡайым?
Аҡыҡ ҡына кеүек һатып бирҙең,
Артыҡ ҡына инемме, атаҡайым?

Аҡыҡ ҡына аҡыҡ йөҙөгөмдө
Һандыҡ төпкәйенә һалығыҙ.
Тыуған илдән китеүҙәре ауыр,
Көйҙәремде тыңлап ҡалығыҙ.
Был таштың халыҡ ырымдарында сағылыш табыуы – уның сихри көскә эйә булыуына көслө ишара. Мәҫәлән, күҙгә аҡ һалһа, аҡыҡ төймә, йөҙөк ҡулланылған. Бының өсөн үткер бысаҡ менән аҡыҡты ҡырып, уның онтағын аҡлаған күҙгә һалғандар. Был ауырыу мәлендә шулай уҡ аҡыҡты кешенең баш кейеменә күҙ тапҡырына тегеп тә ҡуйғандар. Тағы бер ысулы түбәндәгесә: аҡлы (аҡ таптары булған) аҡыҡты еп менән сырмайҙар. Һәр бер урауҙы төйөн менән нығыталар. Һөҙөмтәлә барлығы 41 төйөн килеп сыға. Бәйләгән ваҡытта махсус доғаһын уҡыйҙар. Һуңынан бындай аҡыҡты ҡулға кейҙерәләр. Ышаныуҙар буйынса ул күҙҙең ағын бөтөрә. Үрҙә килтерелгән ырымдарҙан күренеүенсә, был таш, ғәҙәттә, күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа ҡулланылған. Әйтергә кәрәк, аҡыҡтың дауалау үҙенсәлектәрен күренекле академиктар Н. Бурденко, Н. Зелинский һәм В. Вернадскийҙар ҙа инҡар итмәй.
Тимәк, был аҫылташтың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәрендә йыш урын алыуы осраҡлы ғына күренеш түгел. Ул, традицияға әүерелеп, селтәр, һаҡал, яғаларҙың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән.

Азат ҒАРИПОВ,

БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас: