-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
3 Сентябрь 2022, 11:15

Күңел матурлығы – ҡул эштәрендә

Мәғариф ветераны Флүрә Ғәзизова, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, беҙҙе милли кейемдә ҡымыҙ, сәк-сәк менән ҡаршыланы. Ҡул эштәре менән шөғөлләнгән, иҫ киткес моңло тауышлы 75-се йәше менән барған апайҙың яҙмышы ла ҡыҙыҡлы. Йылайыр районы Һабыр ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәлихйән Хөсәйен улы Түләбаев менән Фәриға Ғәриф ҡыҙы Вәлиеваның ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән ул.

Күңел матурлығы –  ҡул эштәрендә
Күңел матурлығы – ҡул эштәрендә

Тағы ла Фәниә, Фирүзә исемле һеңлеләре тыуған. Флүрә барыһы өсөн дә яуаплылыҡ тойоп, бала саҡтан эшкә егелеп үҫкән. Уҡытыусы һөнәрен һайлап, Әбйәлил районына практикаға килгәндә буласаҡ тормош иптәше Юлайҙы осрата. Уны хеҙмәттән көтөп ала. Егет армиянан ҡыҙ эшләп йөрөгән Ейәнсура районындағы Башбармаҡ ауылына тура килеп, уға тәҡдим яһай, шунда уҡ яҙылышалар һәм Әбйәлил районына, ҡәйнә-ҡайны йортона юлланалар. Йәштәр ҡулға-ҡул тотоношоп донъя көтөп алып китә. Флүрә Сәлихйән ҡыҙы Әүмеш мәктәбендә 12 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ирен бригадир итеп Яңы Һамарға күсергәндән һуң, ундағы мәктәпкә директор булып килә. Ауылдағы яңы мәктәпте ул һалдыра. Хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Үҙҙәре Яңы Һамар ауылындағы Суртанды күле буйындағы йортто йүнәтеп инә. Биш балаға ғүмер бирә улар. Татыу, бер-береһен хөрмәт итеп йәшәйҙәр. Ҡыҙғанысҡа күрә, 12 йыл элек тормош иптәше мәрхүм булып ҡалған.
Флүрә Сәлихйән ҡыҙы ҡул эштәренә йөрәк йылыһын һала. Сиккән таҫтамалдары күҙҙең яуын ала, бәйләгән шәлдәре ҡойоп ҡуйғандай матур. Милли биҙәк һырылған түшәк-юрғандары, ултырғыс япмалары һанһыҙ күп. Ул эшләгән һаҡалдар – үҙҙәре бер сәнғәт әҫәре. Ирҙәр өсөн түбәтәйгә тиклем бәйләп ҡуя ул. Бәйләй ҙә тарата. Эштәрен райондағы күргәҙмәләргә алып йөрөйҙәр, сәхнәнән сығыш яһағанда кейәләр. Мәктәп уҡыусылары менән осрашҡанда ветеран-уҡытыусы тормошҡа һөйөүен, матурлыҡты күрә белеүен биреп ҡалдырырға, уларҙың ынтылышына ҡанат ҡуйырға тырыша.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: