-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
1 Июль 2022, 11:45

Ижадында – күңел яҡтылығы

Оҫта ҡуллы, бар яҡлап та һәләтле Фәннүр Хәтмулла ҡыҙы Ирмәкова Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында тыуған. Күп балалы ғаиләлә үҫә ул. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Юллама буйынса Семеновск ауылына эшкә ебәрелә. Хеҙмәт юлын баш­ланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ башлай. Ситтән тороп Магнитогорск педагогия институтында уҡып сыҡҡандан һуң, балаларға биология һәм химия, рус теле һәм әҙәбиәте фәндәренән белем бирә. Ошо ауыл егете Рамаҙан Сәлимгәрәй улына тормошҡа сығып, өс ул үҫтерәләр. Донъяға рәссам күҙлегенән баҡҡан Фәннүр апайҙың эсе тулы моң. Ул башҡорт халыҡ йырҙарын кинәнеп башҡара. Шиғырҙар ижад итә. Әммә иң арба­ғаны – ҡылҡәләм, буяуҙар алып, матурлыҡты ҡағыҙға төшөрөү.

Ижадында – күңел яҡтылығы
Ижадында – күңел яҡтылығы

Фәннүр ханымдың 70-ләгән картинаһы бар. Уларҙы ҡәҙерләп һаҡлай. Яҡындарына бүләк итә. Һуңғы ваҡытта ғына, күҙҙәре насарайыуы сәбәпле, ижад итә алмай башлаған. Тормош иптәше менән улар көңгөр-ҡаңғыр килешеп, татыу ғүмер итәләр. Ейән-ейәнсәрҙәренә терәк, өлгө олатай менән өләсәй. Утыҙ йылдан артыҡ уҡытыусы булып бер мәктәптә эшләп хаҡлы ялға киткән мәғариф ветераны уҡыусылар менән осрашыуҙарға йөрөй, йәш­тәргә таяныс, кәңәшсе лә ул. Ауыл­дың ҡото ла, йәме лә был күркәм ғаилә.
Уның ижадында – сәскәләр сағыулығы, тыуған ҡырҙар иркенлеге, ҡайындар һомғоллоғо, күлдәр зәң­гәрлеге. «Яратҡан журналымда үҙ һүрәттәремде күрһәм, бик бәхетле булыр инем», – тигәйне ул. Бәхетле булыу өсөн кәртәләр юҡ, имен-һау ғына оҙон-оҙаҡ ғүмер итегеҙ, Фәннүр апай!

Автор:
Читайте нас: