-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
20 Май 2022, 15:39

Ауыл ҡото – инәйҙәр

«Ейәнсәрем Әминә тыуғас, балаҫ һуғырға тотондом», – ти Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылында йәшәүсе Флүрә Зәйнулла ҡыҙы Аҡсулпанова. 1951 йылдың 4 сентябрендә Ишембай районы Иҫәкәй ауылында тыуған ул. Күсәрбай ауылы егетенә кейәүгә сыҡҡан да шунда төпләнеп ҡалған. Ире Инжир күптән мәрхүм инде. Ике улын – Руслан менән Илшатты тәрбиәләп, башлы-күҙле иткән. Ғүмер буйы мәктәптә балалар уҡытҡан Флүрә апай хаҡлы ялында күңел һалып ҡул эштәре менән шөғөлләнә.

Ауыл ҡото – инәйҙәр
Ауыл ҡото – инәйҙәр

Руслан улы кәләше, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы һылыуы Ләйсән Нурғәле ҡыҙы менән Себер тарафтарында ғүмер итә. Уларҙың баш балалары Батырхан Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡый. Әминә менән Динә йәйге каникулда ике яҡтағы өләсәйҙәренә лә ҡайтып йөрөй. Шул ваҡытта Флүрә Зәйнулла ҡыҙы уларға милли рух һеңдереп ҡалырға, үҙ телдәрендә һөйләшергә өйрәтергә тырыша. Өләсәләре балаҫ һуҡҡанда ҡыҙҙар икәүләшеп еп биреп тора икән. Руслан менән Ләйсәндең рухлы ғаиләһе Ямал башҡорттары өсөн «Милләт нуры» гәзите сығара. Ғаилә башлығы төбәк телевидениеһында журналист булып эшләһә, Ләйсән – балалар йортонда социаль педагог.
Кесе улы Илшат армияла хеҙмәт иткән саҡта, ул иҫән-һау йөрөп ҡайтһын, тигән изге ниәттә әсәй кеше намаҙға баҫа. Күсәрбайҙа мәсет төҙөгәндә лә үҙе башлап йөрөй. Ғәрәп яҙмаһын тырышып үҙ аллы уҡырға өйрәнә. Илшат кәләше Луиза менән хәҙер Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, уңған ғаилә, йорт һалып сығып, матур итеп донъя көтә.
Оҫтабикә хаҡында уның балаҫ һуғыу серҙәре менән бүлешкән фильмдар интернетҡа ла һалынған. Флүрә ханым әлеге көндә лә иман юлында, ураҙаларын тотоп, намаҙҙарын уҡып, ауылға ҡот булып йәшәй, йәмле балаҫтар ижад итеүен дауам итә.

Автор:
Читайте нас: