Көмөш – күп кенә төрки телдәренә хас һүҙ. Ҡайһы бер ғалимдар был һүҙҙең килеп сығышын боронғо ҡытай теле менән бәйләй. Ғөмүмән алғанда, уның нигеҙендә көм (кim) «металл, алтын» элементын айырып ҡарайҙар. Донъя халыҡтарының күбеһе алтынды ирҙәр енесе менән бәйләһә, көмөштө ҡатын-ҡыҙ металы тип иҫәпләй. Ул шулай уҡ күктәге ай менән дә туранан-тура бәйле. Мәҫәлән, боронғо Һиндостанда көмөштө айҙың күҙ йәштәре тип ҡабул иткәндәр. Күп халыҡтар элек-электән, был металдың сихри көсөнә ышанып, уны һаҡланыу сараһы булараҡ ҡулланған. Мәҫәлән, Рим империяһындағы ҡанбабалар баҫҡынсыларҙан һаҡланыу өсөн ил йәки айырым ҡала тирәләй көмөш һындарҙы ергә күмеп сыҡҡан.
Башҡорттарҙың да борон-борондан көмөштөң көсөнә ышанғанлығы төрлө сығанаҡтарҙа сағылыш тапҡан. Был металды им-том йолаларында айырыуса йыш осратырға мөмкин. Мәҫәлән, кеше тәңкә йәки түңәрәк тимрәү менән ауырығанда, көмөш аҡсаны йоҡа бысаҡ менән ҡырып, көмөш онтағы яһағандар. Шуны ҡаймаҡ менән бутағандар ҙа тимрәүле урынға һөрткәндәр. Шулай уҡ тәндең тимрәүле еренән көмөш аҡсаны шыуҙырып йөрөткәндәр ҙә: «Бөтһөн, ҡороһон (фәлән кешенең) тимрәүе», – тип өс мәртәбә ҡабатлағандар. Ә һары ауырыуын дауалағанда кеше, табаҡтағы һыуға сабаҡ ебәреп, шуға ҡарап ултыра, балыҡ өйәҙәп үлә. Ауырыу ауыҙына көмөш тәңкә ҡаба. Аҙаҡ уны түшенә баҫа.
Көмөш ҡулланыуҙы «Ҡаш һыҙыу йолаһы»нда ла күрәбеҙ: матур үҫһен тип сабыйҙың ҡашын көмөш тәңкә менән һыҙалар ҙа: «Һыҙылып үҫһен, аҡ уйлы булһын!» – тип теләйҙәр. Көмөштө туй йолаһы менән бәйле күренештәрҙә лә осратабыҙ. Мәҫәлән, «Килен күреү йолаһы»нда ҡәйнә кеше башлап һүҙ өндәшер булһа, килененең усына һумлыҡ көмөш тәңкә һалып теләк әйтә:
– Юлың тәңкәле булһын,
Көтөүең тәкәле булһын...
Ҡыҙҙың сеңләүҙәрендә лә ағаһы биргән көмөш һумлыҡ тураһында һүҙ бара:
Сапсаҡ та сапсаҡ аҡ борсаҡ,
Ағасайым бармай башламам.
Ағасайым биргән һумлыҡты
Биҙәккәйе бөтмәй ташламам.
Йола буйынса ҡоҙаларҙы оҙатҡандың икенсе көнөнә ҡыҙҙың атаһы йәш-елкенсәк, ҡыҙ-ҡырҡын һәм килендәрҙе «Ҡарта ашы»на саҡыра. Ҡунаҡтар башҡа төр әйберҙәр менән бер йәһәттән һаҡал, ҡашмау яһау өсөн тәңкәләр алып килә. Бүләк итә торған тәңкәләрҙе еңгәләр ҡарынға, йылҡының ҡартаһына ҡушып, ҡалаҡҡа һалып бирәләр. Быларҙың барыһы ла ҡыҙға әсәлек бәхете теләү менән бәйле.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән аңлашылыуынса, селтәр, яға, һаҡал кеүек биҙәнеү әйберҙәрендә көмөштөң киң ҡулланылыш алыуы юҡҡа ғына түгел. Халыҡ борондан уҡ был металдың сихри көсөнә ышанып, уны биҙәнеү әйберенең мөһим бер элементына әйләндергән.
Азат ҒАРИПОВ,
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.