Наилә үҙе балалар баҡсаһында педагог-психолог булып эшләй. Барыһы ла һәйбәт кенә барғанда ҡатынға яман шеш диагнозы ҡуялар. Бер нәмәгә ҡарамай, йәшәүҙе һайлайым, ти ул һәм ғүмере өсөн көрәшә башлай. Химия терапияһы кеүек ауыр һынауҙарҙан һуң да йылмая, тормошҡа, кешеләргә мөхәббәте уны ижадҡа ылыҡтыра. Ҡул эштәре менән дә операциянан һуң шөғөлләнә башлай. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатында уҡыған ҡыҙы Мәҙинә – был шөғөлдә уға кәңәшсе лә, дәртләндереүсе лә. «Уның зауығы, стиль тойғоһо миңә оҡшай», – ти Наилә.
Бар һынауҙарың артта ҡалһын, кешеләргә матурлыҡ өләшеп, үҙеңде бәхет эсендә тойоп, ҡыуанып йәшә, ижад ит, Наилә!