-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
7 Март 2022, 11:10

Төҫтәренән күҙҙәр ҡамаша

Балаҫ оҫтаһы Гөлнара Истави ҡыҙы Заһиҙуллина 1972 йылдың 18 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында донъяға килә. Урта мәктәптән һуң, Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса Ғафури районы Туғай ауылына эшкә бара. Ошонда осрата ул тормош юлдашы Әнүр Мохтар улын. Күркәм ғаиләлә Шамил һәм Алина исемле ике бала үҫә. Яңыраҡ Йәмил тигән ейәндәре тыуған.

Төҫтәренән  күҙҙәр ҡамаша
Төҫтәренән күҙҙәр ҡамаша

Гөлнараның ҡул эштәренә әүәҫлеге бала саҡтан беленә. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк бәйләй башлай ҡыҙсыҡ. Әле балаҫ һуғыуға тотоноуына алты йыллап ваҡыт. Шул арала оҫтабикә күпме матурлыҡ тыуҙырып өлгөрә! Ул һуҡҡан балаҫтар былтыр Милли музейҙа үткән балаҫтар күргәҙмәһенә ҡуйыла. Былтыр Архангел районы Орловка ауылында үткән балаҫ һуғыусылар семинарында уны лауреат итеп билдәләйҙәр.
Тәүге станокты Ғафури оҫтабикәһенән һатып алып, йүнәтеп эшләп алалар. Төшөнөп алғас, икенсеһен яңыртып ире эшләп бирә. Хәҙер оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә кәрәккәс, өҫтәлгә ҡуймалы йәтеш кенә станогы ла бар. «Балаҫтарға ихтыяж ҙур, күберәк заказ буйынса эшләйем. Төҫтәрен һатып алыусылар теләге буйынса һайлайбыҙ», – ти Ғафури уңғаны.

Автор:
Читайте нас: