Матур ғаиләлә ике бала үҫә. Илдар улы, үкенескә күрә, фажиғәле рәүештә һәләк була. Гөлнара ҡыҙы әлеге ваҡытта Сорғот ҡалаһында математика уҡытыусыһы булып эшләй. Суфия ханымдың тормош иптәше 10 йыл элек вафат була.
Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы ҡул эштәре менән Сорғоттан ҡайтҡас шөғөлләнә башлай. «25 йылдан артыҡ Башҡортостандан ситтә йәшәгәс, үҙ илемдең тарихын, халҡымдың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын яңынан өйрәнергә тура килде», – ти Суфия апай. 2019 йылда Ишембайҙа Һабантуй бәйгеһендә ҡатнашып, «Иң яҡшы ихата хужабикәһе» исеменә лайыҡ була. 2020 йылда Байғужа ауыл советында яҡташтары уға арнап, «Ил тарихында – мәктәп тарихы, мәктәп тарихында – уҡытыусы яҙмышы» тигән осрашыу үткәрә. Кисәнең икенсе бүлегендә Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы үҙенең ҡул эштәре күргәҙмәһе менән таныштыра. Хаҡлы ялдағы ирекмән булараҡ, ул төрлө акцияларҙа ҡатнаша, үҙе эшләгән биҙәүестәрҙе тыл һәм хеҙмәт ветерандарына, юбилярҙарға бүләк итә.
Йомарт, ихлас, сыуаҡ күңелле, һомғол буйлы апайҙан йылы ипкен килә. Изгелек нурҙары өләшеп, тормошобоҙҙо йәмләп йәшәй ул.