Мәләүез районы Ҡотлобулат ауылында тыуып үҫкән Сажиҙә Наил ҡыҙы Салауат педагогия училищеһында уҡый, унан Стәрлетамаҡ педагогия институтында юғары белем ала. Ғаилә ҡороп, ире менән Мәләүез ҡалаһында йәшәй башлайҙар. Балалары тыуа. Иптәше йөрәк сиренән ҡапыл ғына мәрхүм була. Бәхетенә күрә, әлеге көндә бергә тормош көткән, өс балаһын үҫтерешкән Мөҙәрис осрай. Уға тормошҡа сыға, уртаҡ балалары – ҡыҙҙары Алһыу тыуа.
Бәләкәйҙән ҡул эштәренә оҫта Сажиҙәнең балаҫ һуғыуға тотоноп китеүе яңы ғына әле. Миәкә районының Оло Кәркәле ауылында йәшәгән, киләһе йыл 90 йәшенә аяҡ баҫырға торған ҡәйнәһе Гөлсирә Ғәфүрова, белгәнен өйрәтеп, килененә барлыҡ тәжрибәһен тапшыра. Сажиҙә уның һуҡҡан балаҫтарын ҡабатлап эшләп ҡарай. Интернеттан бик күпте өйрәнә. Шулай итеп, оҫтарғандан-оҫтара бара. Белгәненә яңы техникалар өҫтәлә. Береһенән-береһе матур эштәре күргәҙмәләрҙә урын ала, Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнаша. Хәҙер уның үҙенең дә уҡыусылары байтаҡ. Өйрәт, тигәндәргә, ҡуй, тимәй, интернет аша онлайн һабаҡтар ҙа ойошторған тик тормаҫ уңған ҡатын.
Сажиҙә Наил ҡыҙы ғүмер буйына уҡытыусы булып эшләй. Өфөгә күсеп килгәс, «Альфа» мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Тап ошонда хеҙмәт иткән дәүерендә уға Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелә. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә лә ул Өфөнөң 159-сы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп йөрөй.