+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
26 Октябрь 2021, 10:41

Селтәрле – һөйкөмлө

Дилара Әүхәҙей ҡыҙы Асаинова   – Өфө ҡыҙы. Атаһы Йылайырҙың Һабырынан булһа, әсәһе Фәриҙә Ғималетдин ҡыҙы Шишмә районы Һайран ауылында тыуып үҫкән. Дилара, М. Исҡужин исемендәге 136-сы  башҡорт лицейын тамамлағас, бухгалтер һөнәрен үҙләштерә, юғары белем ала. Йылайыр районы Һабыр ауылы егете Вадимға кейәүгә сыҡҡас, Азалия, Илназар, Милана, Вилдан исемле ул һәм ҡыҙҙары тыуа. Декретта ултырған мәлдә барлыҡҡа килгән мауығыуы етди эшмәкәрлеккә әйләнә. Бер туған һеңлеһе Гөлнара Вәлиәхмәтова менән берләшеп, стилләштерелгән һаҡалдар эшләй башлайҙар. Гөлнара ла тормош иптәше Денис менән Мәликә һәм Амалия исемле игеҙәк ҡыҙҙар үҫтерә.

Селтәрле – һөйкөмлө
Селтәрле – һөйкөмлө

«Мәктәп йылдарында бейеү менән шөғөлләндем. Беренсе селтәремде сәхнә өсөн үҙем эшләп алғайным. Өйҙә ултырғанда ҡул эшенә ныҡлап тотондом. Миңә һеңлем дә ҡушылды. Маҡсатыбыҙ һатыу менән шөғөлләнеү түгел ине. Заманса селтәрҙәр халҡыбыҙҙың үткәне һәм киләсәге хаҡында ла уйланырға мәжбүр итә, милли рух тәрбиәләй. Селтәр кейгән ҡатын-ҡыҙ барыбер ҙә һөйкөмлө күренә, иғтибарҙы йәлеп итә», – ти Дилара.

Бер туғандар Дилара Асаинова һәм Гөлнара Вәлиәхмәтованың ҡул эштәре көндәлек тағыу өсөн дә уңайлы, фетр өҫтөнә бәрхәт туҡыма һалып тегелеүе, сылтырап, йымылдап торған тәңкәләр, сәйләндәр менән биҙәлеп, бик нескә эшләнеүе менән ҡиммәтле. Уларға күҙ һалһаң, Дилараның: «Башта селтәрҙең биҙәлеше, ниндәйерәк булырға тейешлеге уйҙа тыуа, һуңынан яйлап материалдар әҙерләй башлайһың, аҙаҡ ул тормошҡа ашырыла. Бөтә биҙәүестәрҙе лә беҙ үҙебеҙгә эшләгән һымаҡ, йөрәк йылыһын һалып тыуҙырабыҙ», – тигәнен аңларға була. Айырыуса бер яҡтылыҡ, моң бар һымаҡ уларҙа. Һәр береһен тотоп, кейеп ҡарағы һәм үҙеңдә ҡалдыраһы килә.

«Туристик сувенир» бәйгеһендә улар II урынға лайыҡ була. Төрлө конкурстарҙа апайлы-һеңлеле әүҙем ҡатнаша. Иң мөһиме,  ҡул эштәрен интернет аша беләләр, таныйҙар һәм заказдар яһайҙар. Ижад емештәренең кешеләр өсөн кәрәк булыуы  уларҙы тағы ла илһамланыбыраҡ эшләргә дәртләндерә.

Автор:
Читайте нас: