+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
24 Сентябрь 2021, 11:47

Йылы ипкен бөркөлә

Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылы һылыуы Гөлнара Сибәғәт ҡыҙы Дилмиева (Төхвәтуллина) Рәми Ғарипов исемендәге 1-се мәктәп-интернатын тамамлаған. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт-ғәрәп төркөмөндә уҡығас, Өфө мәктәптәрендә тәрбиәсе, уҡытыусы, һуңынан телевидениела ассистент, режиссер булып эшләй.

Йылы ипкен бөркөлә
Йылы ипкен бөркөлә

Бәләкәй генә сағынан Маһинур өләсәһенән ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләргә өйрәнеп башлаған шөғөлө уның ғүмерлек мөхәббәтенә, мауығыуына әйләнә. «Ауырлы саҡта ғына, ярамай, тигәстәре, тыйылып торҙом. Саҡ ҡына буш ваҡытым булыу менән, ҡулыма ырғаҡ алам. Балаларымды көтөп ултырғанда, хатта ирем рулдә саҡта, алыҫ юлға сыҡҡанда ла, бәйләп барам», – ти ул. Гөлнара Сибәғәт ҡыҙына әҙер схемаларҙан түгел, ә үҙенсә ижад итеүе мауыҡтырғысыраҡ. Әле ул сумкалар бәйләү менән мәшғүл. Уларҙы күргән берәү, аһ, итеп ҡалыр. Шундай тигеҙ, күҙҙе иркәләр рәттәргә ыҡсым ғына итеп теҙелгән юлдарҙан, әйтерһең, йылы ипкен бөркөлә.

Гөлнара тормош иптәше менән Динара, Надира исемле ике ҡыҙ һәм Морат тигән ул үҫтерә.  Балалары ла, әсәләре кеүек, оҫта булырға хыяллана. «Сит илдәрҙә ҡул эше юғары баһалана. Хаҡына ла, сатай-ботайыраҡ бәйләнгәненә лә ҡарап тормайҙар, һатып алырға тырышалар. Беҙҙә инде һәр бала ойоҡ-бейәләй бәйләй белә. Сөнки әсәйҙән ҡыҙға тапшырыла килгән күсәгилешлек һаҡлана», – ти Гөлнара. Ысынын да шулай. Ошо сылбыр өҙөлмәһен, балаларыбыҙ быуын-быуындан килгән оҫталыҡтан мәхрүм ителмәһен ине.

Гөлнараның был коллекцияһы милли рух менән һуғарылған. Ҡурайлы, Башҡортостан байрағын хәтерләткән сумкалар илһөйәрлегебеҙгә ишара итеүе менән дә ҡайһылай йәтеш!

Оҫта ханымдың эштәрен инстаграмда, «Бәйләнештә» селтәрендә табырға була. Һорағандар өсөн ул оҡшатҡан моделдәрҙе әҙерләп тә бирә. Иң мөһиме – яҡындары өсөн күркәм бүләге һәр ваҡыт әҙер.

Автор:
Читайте нас: