Шиғыр яҙа башлағас, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһындағы «Аҡ ҡауырһын» әҙәби берекмәһенә килеп ҡушыла. Уны берекмә етәксеһе урынбаҫары итеп һайлап ҡуялар.
2018 йылда Йәмилә, тәбиғи таштар ҡулланып, түшелдеректәр, хәситәләр, ҡашмау, алҡа, сулпы кеүек биҙәүестәр яһау менән ҡыҙыҡһынып китә.
«Ҡул эшенә тотонһам, арыуым һыпырып алғандай юҡҡа сыға, үҙемде икенсе донъяға барып ингәндәй хис итәм. Тәбиғи таштарҙың һәр береһенең үҙ ҡеүәте бар, бәлки, улар ҙа көс бирәлер. Биҙәүестә улар бөтөнләй башҡа төрлө балҡый бит», – ти оҫта.
Силәбе өлкәһе яҙыусылар берекмәһе ассоциацияһы ярҙамында үҙнәшер менән уның ике шиғри йыйынтығы – «Күңелем ынйылары», «Йөрәгемдә халҡым рухы» донъя күргән.
Йәмилә тормош иптәше Айҙар Абдулла улы менән өс бала тәрбиәләй. 17 августа уға яҙмыш ике «5» билдәһен ҡуйҙы. Юбилейың ҡотло булһын, илһам ҡанаттарың талмаһын, Йәмилә!