Рәйхана Билал ҡыҙы үҙе сығышы менән Ейәнсура районы Байдәүләт ауылынан. Әлеге ваҡытта тормош иптәше Ғиззәтулла ағай менән Өфө районы Авдон ҡасабаһында йәшәй. Ошонда, ҡошсолоҡ фабрикаһында 32 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ул. Өс баһадир ул үҫтергән. Хәҙер улар бөтәһе лә, күҙле-башлы булып, айырым йәшәйҙәр. Өс ейәнсәр, ике ейән бүләк иткәндәр. «Тәңкәләрҙе Ҡытайҙан яҙҙырып алам. Ырыу тамғаларын интернеттан ҡарап өйрәнәм. Бер селтәремде, Башҡортостан флагына оҡшатып, зәнгәр, аҡ, йәшел төҫтәрҙән, ҡурай тамғаһы менән эшләнем», – ти оҫта.
Рәйхана Бикйәнованың ҡул эштәре тиҙ генә һатылып бөтә. Хаҡтары, ҙурлығына ҡарап, 3 – 5 мең һум тирәһе.