+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
4 Июнь 2021, 15:26

Матурлыҡта – рух көсө

Гүзәл Рафил ҡыҙы Ғәзизова Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылында тыуған. «2008 йылдан Бишбүләк районының башлыса сыуаштар йәшәгән Ҡушйылға ауылында башҡорт теленән уҡытам. 2010 йылдан уҡытыу буйынса директор урынбаҫары булдым, быйыл ғына ул вазифанан баш тарттым. Башҡорт теленән олимпиадаларҙа уҡыусыларым республика кимәленә сыҡты. Урын алманыҡ, шулай ҙа ҡатнашыу үҙе бер мәртәбә бит», – тип һөйләй Гүзәл Рафил ҡыҙы.

Өс улға ғүмер биргән ул. Оло улы Илһам менән бер мәктәптә эшләйҙәр, егет физкультура дәрестәрен алып бара. Уртансы улы Иҙел, Өфө дәүләт авиация-техник университетының беренсе курсын тамамлағас, үҙ теләге менән ил алдындағы бурысын үтәргә китә. Ваҡыты тулғас, контракт менән хеҙмәт итеү өсөн ҡала. Яңыраҡ ҡына уға өлкән сержант званиеһын биргәндәр. Кинйә малайы Эмилгә ете генә йәш, Гүзәлгә уны аяҡҡа баҫтыраһы бар әле. Бөтмөр ҡатын ҡул эштәренә шәп. Сәйләндән яһаған биҙәүестәре – сынъяһау. Башҡаларға ла ул оҫталыҡ серҙәрен өйрәтә. Көслө рухлы, егәрле ҡатын ул Гүзәл. Ауырлыҡтарға бирешмәй, алға бара. Ҡул эштәренең һәр һырында уға бирелгән көс теүәл, балҡыу биҙәк булып ята.
Читайте нас: