+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
2 Апрель 2021, 16:23

Илһамлы ижад емештәре

Әлфиә Азат ҡыҙы Бәһәмәнова – Әбйәлил районы Ишҡол ауылы ҡыҙы. Ул үҙе, уҡытыусылар династияһын дауам итеп, педагог һөнәрен һайлаған. Олатаһы Рәфҡәт Ильяс улы Мәхийәнов оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләне, өләсәһе Ғәфүрә Зәйнулла ҡыҙы, әллә нисәмә быуынды тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарҙы. Атаһы Азат Рәфҡәт улы ла Ишҡол урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар директор вазифаһын башҡара, әсәһе Фатима Йәноҙаҡ ҡыҙы математиканан уҡыта. Әлфиә, әлеге ваҡытта, кейәүгә сығып, Шишмә районы «Алкино» шифаханаһында йәшәй.

«Тирмәкәй» балалар баҡсаһының башҡорт төркөмө тәрбиәсеһе булып эшләй. Йәмилә исемле 4 йәшлек ҡыҙы ла уның төркөмөнә йөрөй. «Брошкалар ижад итеү менән карантин ваҡытында ҡыҙыҡһынып киттем. Интернеттағы видеоларҙы ҡарап өйрәндем. Сәйләндәрҙән үҙең теләгән гүзәллек тыуҙырыу ныҡ оҡшай. Буш ваҡытымда йәһәт кенә яратҡан шөғөлөмә тотона һалам. Биҙәүестәрҙең һәр береһенә күңел йылыһы ҡушыла. Эш барышында хыялдарға бирелеп, уйланып китәм, тыныс­ланам.
Әлегә был шөғөлөм килем килтермәй. Ә яҡындарыма бына тигән бүләк була! Һорап эшләтеүселәр ҙә бар, уныһына ла ҡыуанам.
«Нисек өйрәнергә?» – тип ҡыҙыҡһыныусыларға был шөғөлгә тотонор алдынан эшләү техникаһына иғтибар итергә, материалдар менән «ҡоралланырға» кәңәш итәм. Ижади ҡараш, сабырлыҡ һәм еренә еткереп эшләй белеү – был шөғөлдә мөһим сифаттар», – ти Әлфиә һылыу. Кәрәк материалдарҙы ул үҙе күбеһенсә интернет аша заказ биреп алдыра, һәр заказ 3-4 мең тирәһенә төшә икән.
Әлфиәгә илһамлы ижад, эшенең уң барыуын теләйбеҙ!
Читайте нас: