Стәрлетамаҡ һөт заводында хеҙмәт итә. Кейәүҙә, тормош иптәше менән бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. «Бисерҙан сәскәләр эшләү менән 6 йыл элек мауығып киттем.Тәүҙә ябай ғына миләүшә, рауза сәскәләре яһап ҡараным, килеп сыҡҡас, ҡатмарлыраҡтарына күстем. Һуңынан биҙәүестәр ижад итеү ылыҡтырҙы. Был шөғөлгә интернеттан бисер маһирҙарының оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап өйрәндем», – ти ул. Сәйләндән матурлыҡ тыуҙырыу – Илүзә өсөн килем сығанағы түгел, күңел көҫәгән шөғөл генә. «Эшләнгәндәре йыйылып китһә, һатам, эштә, интернетта таныштарға тәҡдим итәм, улар таныштарына ебәрә. Ҡул эше түҙемле, тыныс булырға өйрәтә. Киләсәктә хыялым – үҙемдең генә ижад емештәремдән торған күргәҙмә ойоштороу», – ти оҫтабикә.