0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
26 Декабрь 2020, 18:22

Белгән – өйрәтә, белмәгән – өйрәнә

Алина Рәфҡәт ҡыҙы Йомаева – сығышы менән Күгәрсен районынан. Әле ваҡытта Илеш районына кейәүгә сығып, Үрге Йәркәй ауылында йәшәй. Милли биҙәүестәр менән шөғөлләнә башлауына бер йылдан артыҡ.

Алина иҫәпләүенсә, һәр хеҙмәт баһаланырға һәм табыш килтерергә тейеш. Сөнки уға ваҡыт ҡына түгел, күңел йылыһы ла һалына, материал өсөн матди сығымдар талап ителә. Йыбанмай, һәр биҙәүесте интернет селтәрҙәренә һала барһаң, уны эшләтеп алырға теләүселәр ҙә табылып тора, ти ул. Байрамдар алдынан һатып алыусылар күбәйә. Алинаның акциялары, ташламалары ла булып тора. «Был эш үҙемә ныҡ оҡшай, шуға бер һаҡалды эшләп ҡуйыу өсөн ваҡыттың күпме китеүен дә һанамайым. Өйрәнергә теләгәндәргә һәр ваҡыт ярҙам итергә, тәжрибәм менән уртаҡлашырға әҙермен», – ти оҫтабикә.
Читайте нас: