-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
12 Сентябрь 2019, 19:00

Кешмир яулыҡ, таҫтар

Кешмир яулыҡ диалекттарҙа «кәзә яулыҡ» тигән атама аҫтында ла билдәле. Халыҡ әйтеүенсә, «ысын кешмер йаулыҡ – кәзә йаулыҡ». «Кешмир» һүҙе Һиндостандағы Кашмир тип аталған өлкәнең исеменән алынған. Тап шунда йөндән етеш­терелгән яулыҡтар (шәлдәр) сама менән 200 йыл элек Европаға, айырым алғанда, Францияға үтеп инә. XIX быуаттың тәүге яртыһында Рә­сәйгә лә килеп етә. Һуңынан айырым мануфактуралар урында кешмир яулыҡтарын етештереү эшен башлай. Ул үҙенең еңел, йомшаҡ булыуы менән айырылып тора. Ҡиммәтле булғанға күрә, бик һирәктәр генә ябынып йөрөр булған. 1-се һүрәттә – XIX быуатҡа ҡараған кешмир яулығы. 1820 йылда Бохараға сәйәхәт ҡылып ҡайтҡан ғалим Е.К. Мейендорф яҙыуынса, йыл да Кашмирҙан Бохараға килтерелгән өс мең яулыҡтың ике меңе Рәсәйгә ебәрелгән.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының, яулыҡтарҙан тыш, баштарына шулай уҡ таҫтар ҙа (диалекттарҙа урама, урамал) ябынып йөрөүе билдәле. Был төр баш кейеме тураһындағы мәғлүмәттәрҙе беҙ 1770 йылда башҡорттар араһында булып киткән академик Петр Палластың яҙмаларында уҡ осратабыҙ. Ул кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар башындағы таҫтарҙың остары сигелгән икәнлеген һәм арҡаға төшөп торғанлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шул уҡ XVIII быуаттың аҙағында ғалим И.Г. Георги яҙыуынса, йонсоу көндәрҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының олоһо ла, йәше лә баштарына таҫтар ябына. Автор уны икенсе төрлө «татар фатаһы» тип атай. 1895 йылда Һаҡмар буйы башҡорттарында булып киткән М. Баишев ололарҙың баштарына 2-3 метр оҙонлоғондағы ситса таҫтар ябынғанлығына иғтибар итә. XIX быуаттың икенсе яртыһында П. Небольсин оҙон, асыҡ төҫтәге коленкор туҡымалы таҫтарҙы ҡашмауҙың аҫтынан ябынғандарын күрә. Таҫтарҙың биҙәлеше, уны тағып йөрөү ысулы тураһындағы мәғлүмәттәр айырыуса С.Н. Ши­тованың тикшеренеүҙәрендә асыҡ сағылыш таба. Билдәле этнографтың яҙыуынса, таҫтар Урал аръяғында һәм көньяҡ-көнсығышта киң та­ралыу алған. Ғәҙәттә, оҙонлоғо 3 метр самаһы тәшкил иткән. Остарының сигелгән өлөшө 50 сантиметр тирәһе булған. Улар айырым тегелгән. Сигеүҙә ҡыҙғылт-көрән төҫтәр өҫтөнлөк итә. Ҡайһы берҙә күк, һарғылт-йәшел төҫтәге ебәк ептәр ҙә ҡулланылған. 2-се һүрәттә – сигеүҙең бер өлгөһө. Әйтергә кәрәк, ул көньяҡ-көнсығышта бер ни тиклем айырманың булыуын билдәләй: оҙонлоғо 2 метр самаһы, осонда сигеүе юҡ. Таҫтарҙы ябыныу өсөн уны бит тирәләй башты бер нисә тапҡыр ураталар. Бер осо алғы яҡҡа төшөп торһа, икенсеһе арҡаға һалына. 3-сө һүрәттә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һаҡланған таҫтарҙы күрәһегеҙ.

Азат ҒАРИПОВ.

Учалы ҡалаһы.

Редакциянан. Фото төшөрөүҙә ярҙамдары өсөн БР Милли музейының генераль директоры Марат Зөлҡәрнәевҡа һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас: