С.Н. Шитова флүр яулыҡҡа аҡ төҫтәге сәскәләр төшөрөлгән булыуын билдәләй. Был атаманың нигеҙендә флер һүҙе ята. Немец телендә «үтә күренмәле, йоҡа туҡыма, ғәҙәттә ебәк туҡыма» тигән мәғәнәгә эйә. Атаманың килеп сығышын латин телендәге villоsus «йөнтәҫ» һүҙе менән бәйләйҙәр. Әйтергә кәрәк, француз телендәге fleur һүҙе «сәскә» тигән мәғәнәгә лә эйә. Бындай яулыҡты ғәҙәттә башҡа шул көйө генә ябынмағандар. Мәҫәлән, түбәндәгесә эшләгәндәр: тышҡы яғынан ситенә йәшел төҫтәге ике таҫма (боронғоларҙа ғәҙәттә уҡалар булған) тегелгән, ул инес тип атала (1-се һүрәт). Эске яғын иһә ҡыҙғылт төҫтәге туҡымаларҙан ҡатлағандар (2-се һүрәт). Тәүгеһе яулыҡтың бер осонан икенсеһенә тиерлек барып еткән. Бәләкәйерәге иһә тап түбә тапҡырына тура килерлек итеп тегелгән. Эйәк аҫтынан нығытыу өсөн ҡара төҫтәге ике таҫмаһы ла бар.