-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
14 Май 2019, 13:03

Милли рух тантанаһы

Әбйәлилдә – ҡурсаҡ бәйгеһе!
Кескәйҙәрҙә үҙе йәшәгән еренә һөйөү тәрбиәләгәндә халыҡ педагогикаһына таянмау мөмкин түгел. Бәләкәстәрҙе халыҡ мәҙәниәте, милли йолалары, кейеме, музыка ҡоралдары менән таныштырып, бейеү-йырҙарын өйрәтеп, беҙ уларҙа сәнғәткә һөйөү тойғоһо уятабыҙ. Был, бер яҡтан, хис-тойғоларҙы үҫтерһә, икенсе яҡтан, телмәргә йоғонто яһай. Халыҡ ижады менән таныштырғанда балаларҙың уйлап сығарыу һәләте, ижадҡа ынтылышы, тирә-яҡҡа ҡарашы формалаша. Ә сәнғәт әҫәрҙәре, милли биҙәктәр, ҡул эштәре менән таныштырып, уларҙа эстетик тәрбиә менән берлектә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғолары үҫтерәбеҙ.
Ошо бурыстарҙы күҙ уңында тотоп, Әбйәлил районы буйынса мәктәпкәсә белем биреү усаҡтары тәрбиәселәре һәм ата-әсәләр ҡатнашлығында ойошторолған ҡурсаҡ бәйгеһе үҙ маҡсатына иреште. Уның тәүге этабы балалар баҡсаларының методик берләшмәләре араһында ойошторолһа, иң-иң сағыу ҡурсаҡтар район кимәлендәге конкурста ҡатнашты. Бай фантазияны эшкә егеп, күңел йылыһын һалып, эстетик зауыҡ менән төрлө техника ярҙамында хасил булған, башҡорт, рус, татар, украин һәм башҡа халыҡтар дуҫлығын сағылдырған ҡурсаҡтарҙың матур­лығынан, төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамашты. Костюмдарҙың һәр элементы еренә еткерелеп башҡарылыуы, хатта һуғылған шәлгә тиклем булыуы һоҡланғыс күренеш ине. Тыуған иле, ғәзиз теле өсөн янып-көйөп йөрөүсе ағинәйебеҙ, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваның ҡатнашыуы бәйгегә йәм, оло мәртәбә өҫтәне.
Район үҙәге «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында ойошторолған күргәҙмә бәйгеселәрҙең үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ серҙәренә өйрәнеү һәм яңы ижади эштәргә дәртләндереү майҙансығына әүерелде, күңел күтәренкелеге, яҡшы кәйеф бүләк итте.

Хәлиҙә БАЯЗИТОВА,

Әбйәлил районы Ташбулат ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы музыка етәксеһе.

Ҡурсаҡ иң боронғо уйынсыҡтарҙан һанала. Өлкәндәр был тәтәйгә ҙур иғтибар биргән, сөнки ул бер ни тиклем ваҡытта баланың дуҫы, иптәше. Сабый ҡурсаҡты йоҡлатып, ашатып, атлатып... төрлөсә уйнатып, уның менән тулыһынса тормош тәжрибәһен «үтә», тиҫтерҙәре һәм өлкәндәр менән аралашырға, уйларға, ниндәйҙер һығымтаға килергә, серләшергә лә ҡурсаҡ менән өйрәнә. Яратҡан журналыбыҙ ойошторған «Башҡорт ҡурсағы» бәйгеһе беҙҙе айырыуса дәртләндереп ебәрҙе. Балаларҙың ҡурсаҡ яратҡанын иҫәпкә алып, уларға уйынсыҡты бихисап материалдан эшләү мөмкинлеген, төрлө милләт вәкиле, әкиәт персонажы итеп тә кейендереп булыуын, йәш буйынса ла айырылыуын күрһәтеү маҡсатында, үҙебеҙҙең Өфө районы Шамонин ауылы «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында бәйге үткәрҙек. Был көндө баҡсабыҙ шундай матурлыҡ менән тулды! «Башҡорт ҡурсағы» номинацияһына тапшырылған эштәр айырыуса ижади ҡомар менән эшләнгән. Әҙер уйынсыҡтарҙы ла башҡорт костюмының бөтә камиллығын сағылдырырлыҡ итеп кейендереп алып килгәндәр. Боронғоса туҡыманан тегеп, бәйләп башҡарылған, пластилиндан, балсыҡтан әүәләнгән, ағастан юнылған, ҡағыҙҙан ҡырҡылған, папье-машенан әҙерләнгән, заманса фоамирандан эшләнгән зауыҡлы уйынсыҡтар балаларыбыҙҙың, ата-әсәләренең ижади хыялы бик бай икәнен, бәйге талаптарына етди ҡарағанын, бәләкәстәрен ихлас яратҡанын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Беҙ ойошторған сарала ихлас ҡатнашып, матурлыҡ өләшеүҙәренә рәхмәт!
Күркәм башланғысыбыҙҙы башҡа балалар баҡсалары ла ихлас ҡабул итер, тип ышанабыҙ. Балаларға халҡыбыҙҙың бай сәнғәтен, ижадын тапшырыу – изге бурысыбыҙ.

Лилиә СЫҢҒЫҘОВА.

Өфө районы Шамонин ауылының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Читайте нас: