0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
4 Июнь 2018, 17:13

Балаларҙың биҙәнеү әйберҙәре

Ҡыҙ балаларҙың түшенә биҙәнеү әйберҙәре тағып йөрөүе тураһындағы мәғлүмәттәрҙе төбәкте өйрәнеүсе ғалимдарҙың, яҙыусыларҙың хеҙмәттәрендә осратырға мөмкин.

Ҡыҙ балаларҙың түшенә биҙәнеү әйберҙәре тағып йөрөүе тураһындағы мәғлүмәттәрҙе төбәкте өйрәнеүсе ғалимдарҙың, яҙыусыларҙың хеҙмәттәрендә осратырға мөмкин. Мәҫәлән, XIX быуаттың күренекле мәғрифәтсеһе М. Өмөтбаев ҡыҙ балаларҙың һаҡал тағыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шулай уҡ XIX быуаттың аҙағында төбәкте өйрәнеүсе Петр Назаров та балаларҙың биҙәнеү әйберҙәре файҙаланыуына иғтибар итә. Яҙыусы Владимир Николаевич Львов XX быуат башында Дим буйында йәшәүсе башҡорт ғаиләһендә ҡунаҡта булған ваҡытта матур итеп кейенгән алты йәшлек Шәмсинур исемле ҡыҙыҡайҙың түшендә биҙәнеү әйберен күреп ҡала: ул ололарҙыҡына оҡшатып эшләнгән була. Ҡулына алғас та, һәлмәк икәнлеген тоя. Ҡыҙыл туҡыманан торған нигеҙгә көмөш тәңкәләр, ҡурғаштан һуғылған түңәрәктәр тегелгән. Ситенән иһә мәрйен төҫөндәге сәйлән теҙелгән. Көмөш аҡсалар араһында Екатерина, Елизавета һәм Петр осорона ҡарағандары өҫтөнлөк итә, шулай уҡ яңыраҡ тегелгәндәре лә бар. Күренеүенсә, ҡыҙ балаларҙың да бәләкәйҙән ололарҙыҡына оҡшаш итеп эшләнгән биҙәнеү әйберҙәре тағыуы тураһында һүҙ алып барырға мөмкин. Яҙма сығанаҡтарҙа теркәлгән бындай мәғлүмәттәрҙе элекке фотоларға ҡарап та тулыландырырға була. Мәҫәлән, 1-се һүрәттә биҙәнеү әйберҙәре таҡҡан ҡатындар менән ике баланы күрәбеҙ. Эшләнеше һәм биҙәлеше йәһәтенән ҡарағанда, улар Санкт-Петербург ҡалаһындағы Рәсәй этнография музейында һаҡланған һаҡалға оҡшаған (2-се һүрәт). Ошондай уҡ ғөрөф-ғәҙәттәр 3-сө һүрәттә лә асыҡ сағыла – икеһенең дә түшендә һаҡал.


С.И. Руденконың «Башҡорттар» китабында урын алған фотола ҡатай башҡорттары төшөрөлгән (4-се һүрәт). Күренеүенсә, төрлө йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла шул төбәккә хас булған яғалар тағып алған. Балаларҙыҡы ҙурлығы йәһәтенән генә бер ни тиклем айырыла.


Шулай итеп, ҡыҙ балаларҙың бәләкәйҙән түшенә тағып йөрөгән биҙәнеү әйберҙәре формаһы һәм биҙәлеше йәһәтенән, нигеҙҙә, ололарҙыҡына тап килгән. Был, үҙ сиратында, уларҙы эшләүҙәге традицияларҙың ни тиклем көслө булғанлығына ишара яһай.

Азат ҒАРИПОВ,
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.
Читайте нас: