+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли биҙәк
5 Апрель 2018, 13:11

Ҡыҙҙар йыйылған ерҙә

Биҙәнеү әйберҙәренең тарихы тураһында һүҙ алып барғанда бер мөһим мәсьәләне иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай – ул да булһа селтәр, һаҡал, яғаларҙың нигеҙе.

Биҙәнеү әйберҙәренең тарихы тураһында һүҙ алып барғанда бер мөһим мәсьәләне иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай – ул да булһа селтәр, һаҡал, яғаларҙың нигеҙе. Яҙма сығанаҡтарҙы, бөгөнгө көндә музей фондтарында һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡланған ҡомартҡыларҙы өйрәнеп, шуны әйтергә мөмкин: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәнеү әйберҙәренең нигеҙен эшләү өсөн тула, киндер һәм кизе-мамыҡ туҡымаларға өҫтөнлөк биргән. Хәҙер шуларҙың һәр береһенә айырым туҡталып китәйек.


1. Тула – ул йөндән һуғып, кейеҙ итеп баҫҡан туҡыма. Башҡорттарҙа тула баҫыу борондан килгән кәсептәрҙең береһе. Айырыуса көньяҡ һәм көнсығыш башҡорттарында киң таралыу алған булған. Кейем тегеү эшендә лә мөһим урын биләгән. Уны, мәҫәлән, сәкмәндә, сарыҡ менән ҡатаның ҡуңыстарында йыш осратырға мөмкин. Йөндән эшләнгән был туҡыма үҙенең ныҡлы булыуы менән айырылып торған. Тула баҫҡан ваҡытта шулай тип йырлап та алғандар:

Тула, тула, тула ла.

Тулала ҡыҙҙар була.

Тула баҫҡан матур ҡыҙҙың

Ҡаштары ҡара була.


Мәҫәлән, Санкт-Петербург ҡалаһындағы Рәсәй этнография музейында һаҡланыусы боронғо һаҡалдарҙың нигеҙе тап туланан эшләнгән дә инде. Шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан алып ҡайтылып, бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһындағы Археология һәм этнография музейында һаҡланған яға ла тула нигеҙле (1-се һүрәт). Учалы районындағы музейҙарҙағы һәм шәхси коллекцияларҙағы яғаларҙың да күпселеге шул туҡыманан тора. Әйтергә кәрәк, 2017 йылда Учалы районында үткәрелгән «Яға» бәйгеһенә тәҡдим ителгән биҙәнеү әйберҙәре араһында тула нигеҙлеләре лә булды. Тап шуларҙың береһе был конкурстың еңеүсеһе тип табылды (2-се һүрәт). Биҙәнеү әйберҙәрен эшләү барышында халҡыбыҙҙың онотолоп барған тағы бер кәсебен тергеҙеү, һис шикһеҙ, оло ихтирамға лайыҡ.


2. Киндер – ул һабағынан сүс, орлоғонан май алына торған тарбағай ботаҡлы бейек үлән. XVIII быуатта башҡорттарҙа киндерҙән туҡыма һуғыу киң таралған була. Был материалды ла халыҡ кейем тегеүҙә даими ҡулланған. Үткән һандарҙың береһендә ҡарап киткән «тамъян һаҡалы» (яҡынса 1880 йылдар тирәһендә эшләнгән) башлыса тап киндер нигеҙле булған да инде. Бары тик 1980 йылдарҙа нигеҙен яңыртырға тура килә.


3. Кизе-мамыҡ – ул мамыҡ еп. Шул ептән һуғылған туҡымалар XVIII быуаттың икенсе яртыһында башҡорттарҙың кейемдәрендә, көнкүрешендә сағылыш таба башлай. Һөҙөмтәлә өйҙә эшләнгән тула һәм киндер туҡымалар яйлап ҡыҫырыҡлап сығарыла. Шуға күрә лә һуңғараҡ эшләнгән биҙәнеү әйберҙәрендә тап ошо материал йышыраҡ осрай.


Күренеүенсә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары тағып йөрөгән биҙәнеү әйберҙәренең нигеҙе башлыса өйҙә эшләнгән тула һәм киндер туҡыманан торған. Яйлап башҡа төр туҡымалар ҙа ҡулланылышҡа ингән.

Азат ҒАРИПОВ,
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.
Читайте нас: