+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
12 Декабрь 2022, 15:23

Һөйкөмлөкәй булыр өсөн

Йәш, сәләмәт, көр кәйефле, ымһындырғыс һәм һығылмалы тәнле булыр өсөн белгестәрҙең бер нисә мөһим кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.

Һөйкөмлөкәй булыр өсөн
Һөйкөмлөкәй булыр өсөн

Беренсенән, хәрәкәт. Иртән саф һауала 20 минут самаһы йүгереп алыу ҙа кәүҙәне тәртиптә тотоуға, сәләмәтлекте нығытыуға булышлыҡ итә, тән һығылмалығын арттыра.

Һыу. Бөтә төрлө эсемлектәр менән сағыштырғанда таҙа һыуҙан да шифалыһы юҡ. Уянғас та бер стакан һыу эсеү организмды таҙарта, эсте йомшарта, ағзалар эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.

Дөрөҫ туҡланыу. Түбәндәге аҙыҡтарҙы ҡулланыуҙан тыйылһағыҙ яҡшы: рафинадланған шәкәр, тиҙ эрей торған ҡәһүә, газлы эсемлек, пакетлы сәй, майонез, кетчуп, туңдырма, икмәк, торт, бәлеш, һыра, ҡурылған картуф, чипсы, һатыуҙағы билмән. Тәбиғи аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Үҙең әсеткән ҡатыҡ, ҡорот, ҡымыҙ, ауыл ҡаймағы һәм майы, йәшелсә-емеш, шифалы үләндәр...

Психологияны үҙгәртеү. Күңел торошоғоҙҙо, эске донъяғыҙҙы яңынан барлап сығып, үҙегеҙҙе яратырға өйрәнегеҙ, сәләмәтлеккә, бәхеткә көйләгеҙ. Бының өсөн үҙегеҙгә оҡшаған мәлегеҙҙе күҙ алдына баҫтырып, шул образды хәтерегеҙгә һеңдерергә һәм эстән генә шуға ынтылыуҙы ғәҙәт итеп алырға тырышығыҙ.

Көҙгө алдына баҫығыҙ ҙа, йөҙөгөҙҙөң, тәнегеҙҙең матурлығына һоҡланып, үҙегеҙҙе маҡтап алығыҙ. Ағзалар именлеге өсөн Хоҙайға рәхмәт әйтегеҙ. Үҙегеҙгә яратып баҡһағыҙ, башҡалар ҙа һеҙҙе һоҡланып ҡабул итә башлар.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: