-2 °С
Ясно
Мең дә бер кәңәш
28 Октября 2022, 05:43

Һаулыҡ элексиры

Иммунитетты күтәреү һәм организмдағы насар холестеринды кәметеү өсөн түбәндәге «эликсир дарыуҙы» ҡулланырға кәңәш итәбеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һаулыҡ элексирыҺаулыҡ элексиры
Һаулыҡ элексиры

10 тырнаҡ һарымһаҡ әрсеп, банкаға тултырабыҙ, өҫтөнә бер сынаяҡ алма һеркәһе һәм шуның ҡәҙәр үк шыйыҡ бал ағыҙабыҙ. Өҫтөн ҡапҡас менән ябып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Һәр көндө ас ҡарынға ике аш ҡалағы эсегеҙ. Уны һыу менән дә эсергә була.

Тағын бер рецепт: бер стакан ҡайнар һыуға бер телем лимон һәм бер семтем дәрсен һалабыҙ ҙа һыуынғанын көтәбеҙ. Унан һуң бер сәй ҡалағы бал һалып эсәбеҙ. Әлеге эсемлекте шулай уҡ иртән ас ҡарынға эсәргә кәрәк. (“Атайсал” гәзите төркөмөнән)

Автор:
Читайте нас