Андыҙҙан дөйөм һаулыҡты нығытыусы төнәтмә эшләйҙәр. 1 ҡалаҡ ваҡланған андыҙ тамырына 200 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп, ҡайнаған һыулы кәстрүлдә 15 – 20 минут тоталар. Һөҙгәс, 1 стакан күләменә етерлек ҡайнаған һыу өҫтәйҙәр. Көнөнә 2-3 тапҡыр ашарҙан 1 сәғәт алда ярты стаканлап эсәләр.
Ул ревматизмды дауалау өсөн дә ҡулланыла. Андыҙ һәм дегәнәк тамырҙарын бер үк ауырлыҡта алалар. 1 ҡалаҡ ҡатнашмаға 1 стакан ҡайнар һыу һалып, 20 минут буйы таҫтамал менән ҡаплап төнәтәләр. Һөҙәләр . Көнөнә 3 тапҡыр ашарға 20 минут ҡала 1 ҡалаҡ эсәләр. Былтөнәтмәне шулай уҡ йылытыусы компресс итеп тә файҙаланып була.
Андыҙҙы билдәләнгән үлсәмдән артыҡ ҡулланырға ярамай. Ауыр йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, бөйөр сирҙәре, ашҡаҙан әселеге аҙ булған гастрит осрағында, күрем күп килгәндә, ауырлы ҡатындарға латәҡдим ителмәй.