+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
21 Март 2022, 15:28

Йәйгә алдан әҙерләнәйек!

Оҙайлы, һалҡын ҡыштан һуң йылы, йәмле йәй көндә­рен һағынып көтәбеҙ. Сағыу миҙгелдә кейер өсөн зауыҡ­лы, еңел күлдәк хәстәрләй торһаҡ яҡшы булыр. Уны үҙ ҡулдарыбыҙ менән дә тегеп кейә алабыҙ. Бының өсөн әсәйҙең йәки өләсәйҙең оҙон итәкле күлдәген файҙаланырға мөмкин.

Йәйгә алдан әҙерләнәйек!
Йәйгә алдан әҙерләнәйек!

Беҙ ваҡ сәскәләр төшөрөлгән ҡара шифон күлдәкте яңыртып тегергә булдыҡ. Һайлаған әйберебеҙ килешле генә күренә, әммә бер аҙ моданан сыҡҡан. Уға йәштәрсә күр­кәмлек өҫтәр өсөн өҫкө өлөшөн ҡыр­ҡып, яурынын асыҡ итеп ҡалдырабыҙ. Яурындағы балитәкте һүтеп, еп үткәреп, тарттырабыҙ ҙа, түш тәңгә­ленә күсереп тегәбеҙ. Ситенән 1–1,5 сантиметр самаһы бөгөп, нәҙек резинка һуҙабыҙ.
Әйткәндәй, яңы миҙгелдә заман модельерҙары балитәктәренә өҫтөн­лөк бирмәксе! Әлеге осраҡта улар оҙон итәккә әллә ни тап килмәгән кеүек. Шуға күлдәкте тубыҡҡа хәтлем ҡыҫҡартабыҙ. Күлдәктең бил тәңгә­лен самалап, унда ла резинка үткәрә­беҙ. Артып ҡалған туҡыманан билбау тегергә була. Беҙ ҡайыш тағырға мөмкин булған өрфөйә күлдәк һайлағанбыҙ. Ә затлы ҡара ҡайыш ябай ғына күлдәкте лә затландырып ебә­рәсәк.
Һоҡландырғыс күлдәк әҙер! Өҫтө­нә болеро, ә инде еләҫ һәм ямғырлы көндәрҙә бәйләнгән ҡара кардиган йәки нәҙек ептән бәйләнгән кофта менән кейергә була.
Ваҡ сәскәле йо­ҡа шифон туҡыманан тегелгән күлдәк менән ул әйберҙәрҙең бөтәһе лә килешле һәм заманса күренәсәк. Йәш ҡыҙға әлеге образ ҡабатланмаҫ һөй­көмлөлөк өҫтәһә, өлкәнерәк гүзәл затты ул наҙлы һәм нәзәкәтле итәсәк. Еңел туҡыманан тегелгән күлдәк һәм итәктәрҙе бөтә дизайнерҙар ҙа тәпәш үксәле туфли йәки итек һәм йөн свитер менән кейергә кәңәш итә.
Бәләкәс ҡупшыҡайҙар өсөн дә нәфис күлдәк әтмәләйбеҙ. Шаян­ҡайҙар затлы кейемдә тағы ла сағыу һәм һөймәлекле күренһен әйҙә! Эҫе көндәрҙә иң алмаштырғыһыҙ әйбер – еңел сарафан. Һеҙгә ҡатмарлы булмаған кейем бесеү өлгөћө тәҡдим итәбеҙ.
Килешле сарафанды әсәйҙең йәки атайҙың элекке джинса салбарынан үҙгәртеп тегеү артыҡ ҡыйынлыҡ тыу­ҙырмай. Ышҡылған ерҙәрен сигелгән биҙәктәр, сәскә аппликациялары ме­нән ҡапларға мөмкин. Махсус кейем буяуы менән дә файҙалана алаһығыҙ. Күңелле эшкә ҡыҙығыҙҙы ла йәлеп итеп, уның үҙе теләгән һүрәттәрҙе һайлағыҙ. Йәй етеүгә күп тә ҡалма­ған, әйҙә, һәр көн ҡыуаныслы һәм файҙалы үтһен!

Йондоҙ СУЛПАНОВА.

Автор:
Читайте нас: