-5 °С
Ҡар
Баҡыр ҡан тамырҙарының киңәйеүен туҡтата, яраларҙы төҙәлеүгә булышлыҡ итә. Дауаланыу өсөн илебеҙҙә 1961 йылға тиклем сығарылған баҡыр аҡсаларҙы файҙаланырға була. Бил һыҙлап йонсотҡанда, баҡыр аҡсаларҙы пластырь менән оса һөйәгенә йәбештерәләр, йәки эт йөнөнән бәйләнгән билбауға теҙеп, билгә урайҙар.
Ауырыу кееше тәненә тейеп торған баҡыр ҡарая. Уны тоҙло һыуҙа тотҡандан һөң таҙарталар.
Тимер тутығын тәбиғи йөҙөм шарабына һалып, яҡшылап болғатып, компресс эшләһәң, тире ялҡынһыныуын баҫа, тоҙ ултырғанды дауалай. Ҡыҙҙырылған тимер һалынған һыуҙы эс киткәндә, бәүел тотмағанда һәм күрем артыҡ мул килгәндә эсәләр.