+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
21 Февраль 2022, 10:43

Йылы ғына, йомшаҡ ҡына...

Һалҡын ҡышта бәйләнгән ойоҡбаштар, йомшаҡ свитерҙар, йөнтәҫ юрғандар тәнде генә түгел, йәнде лә йылыта... Бәйләнгән әйберҙәр оҙағыраҡ ҡыуандырһын өсөн, ошо кәңәштәрҙе тотоу ҡамасауламаҫ.

Йылы ғына, йомшаҡ ҡына...
Йылы ғына, йомшаҡ ҡына...
  • Һабын менән йыуыу бәйләнгән әйберҙе ҡатыра, төҫөн боҙа. Иң яҡшыһы – йөн әйберҙәр өсөн тәғәйенләнгән махсус шыйыҡса, һис булмаһа, ябай шампунь ҡулланыу.
  • Йөндән бәйләнгән әйберҙәрҙе бик яҡшылап сайҡатырға кәрәк. Һыуҙың йылылығы йыуғандағы кеүек үк булһа яҡшы.
  • Мохер, ангора кеүек йөндәрҙән бәйләнгән кейемдәр йыуғандан һуң да йомшаҡ, йөнтәҫ булып ҡалһын өсөн, киптерәләр ҙә, полиэтилен шыптырға һалып, бер нисә сәғәткә туңдырғысҡа ҡуйып торалар.
  • Трикотаж әйберҙәрҙе «артыҡ тырышып» һыҡмайҙар. Бик һәйбәт ысул: таҫтамалға урайҙар ҙа бер нисә минут тоталар – был артыҡ һыуҙан ҡотолорға ярҙам итә.
  • Мамыҡтан бәйләнгән әйберҙәрҙе шампунь менән йыуып, ипләп кенә һығалар, шунан тигеҙ ергә матурлап йәйеп киптерәләр, аҫтына таҫтамал йәки дымды яҡшы һеңдерә торған туҡыма һалалар.
  • Тәжрибәһеҙлек арҡаһында йыуылған әйберҙәрегеҙҙе дөрөҫ киптермәй, бигерәк бөтәрләнеп тора, үтекләргә тәҡдим ителмәй икән, ти. Был осраҡта уны яңынан еүешләтергә, шунан дөрөҫ итеп, йәғни тигеҙ урынға һалып киптерергә мөмкин.

 

Донъя көткәндә был кәңәштәр ярап ҡалыр:

  • Кейемдән ваҡ сүпте йыйыу өсөн тәғәйенләнгән йәбешкәк роликты абажурҙы саңдан таҙартыу өсөн дә ҡулланырға була. Бының өсөн ябай киң скотч та йәтеш.
  • Был ролик менән сумка эсен таҙартырға ла мөмкин.
  • Пластик контейнерҙы яҡшылап йыуһаң да, еҫте бөтөрөүе ауыр. Эсенә гәзит киҫәген йомарлап һалып тороу унан ҡотолорға ярҙам итер.
  • Йылытҡыс (грелка) та кәрәк булып китә ҡайһы саҡ. Ҡул аҫтығыҙҙа ғына аптеканан алғаны булмаһа, был маҡсатта пластик шешәне ҡулланыу – иң отошлоһо. Тағы ла бер ысул бар: бәләкәй туҡыма ҡапсыҡҡа ярма тултыралар ҙа микротулҡынлы мейестә 15 минут тоталар. Бик шәп йылытҡыс килеп сыға.
  • Металл әйберҙәргә буяу яҡшы ятһын өсөн, буяр алдынан аш һеркәһе менән һөртөп сығырға, шунан киптерергә кәрәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: