Йорттағы көнкүреш мәшәҡәттәре менән көрәш.
Ғаилә тормошоноң тәүге көндәренән үк йөкләмәләрҙе тигеҙ бүлешергә тырышығыҙ. Ир кеше саң һурҙырырға ярата икән - рәхим ит, ҡатын иһә тәмле ризыҡтар әҙерләү менән мәшғүл. Еңелсә ремонтҡа ир яуаплы икәән, магазиндан аҙыҡ-түлек алыу, өй йыйыштырыу - берҙәм эш. Күптәр, хужалыҡты ҡатын кеше генә алып барырға тейеш тип уйлап, хаталана. Әгәр ҙә, ҡатын да көнө буйы эшләп, кис ҡайтып инә икән, тимәк, барлыҡ йөкләмәләр, эштәр уртаҡ башҡарылырға тейеш.
Бер - береңә ярҙам итеү, терәк - таяныс булыу.
"Кешенең яулаған уңыштарының нигеҙендә уға яҡындарының оло ышаныс бағлауы ята", тиҙәр. Ошонан сығып, әгәр ҙә ирегеҙ аҡсаны күберәк эшләһен тиһәгеҙ, уны һис кенә лә игәмәгеҙ, йөҙәтмәгеҙ. Ә, киреһенсә, таяныс булығыҙ,ауыр сағында күңелен күрегеҙ, яғымлы кәңәшегеҙҙе лә йәлләмәгеҙ. Ғөмүмән, бындай мөнәсәбәт иргә генә түгел, ҡатынға ҡарата ла булдырылырға тейеш. (Башҡортостан календарынан)