-5 °С
Ҡар
Байҙың малы бар, бай булһа ла, өйө тар.
Ағайым өйө – аҡ йәйләү, энем өйө – өң төбө.
Һыуһыҙ ергә өй ҡорма, утһыҙ ергә ил ҡорма.
Тыштағы буранға сыҙап була, өйҙәге буранға сыҙап булмай.
Үҙ йортон яманлаған кеше йортонда әрләнер.
Оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк.
Йортһоҙ - йылан, ерһеҙ - шайтан.
Йорттан айырылған илде яу баҫыр.
Тымыҡ өйҙә тын тарығыр.
Өйөңдөң өй икәнен ҡыш белерһең, дуҫыңдың дуҫ икәнен эш еткәс белерһең.
Йорт һалһаң, күршеңде һайлап һал.