Бил ауыртҡанда уның торма менән ҡатышмаһын файҙаланалар. Һарымһаҡтың тағы ла бер үҙенсәлеге: ул кеше организмына зарарлы бик күп ағыулы матдәләрҙе үҙенә тартыу көсөнә эйә.
Рецепт: Үпкә, ҡан тамырҙарын таҙартыу, йәшәү эликсиры: Уртаса ҙурлыҡтағы 1 баш туралған һарымһаҡты 100 мл араҡы йәки спиртҡа һалып 20-25 көн ҡараңғы урында тоторға. 10-15 тамсылап көнөнә 2-3 тапҡыр аш алдынан ярты стакан һөткә һалып эсергә.
Һөттөң файҙаһы
Һыйыр һөтө бик туҡлыҡлы, тиҙ үҙләштерелә, ашҡаҙанды таҙарта. Яңы һауғаны баш мейеһен нығыта, хәтерҙе, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта.
Ағыуланған осраҡта тиҙерәк һөт эсергә кәрәк. Уны бер нисә тапҡыр эсеп, бер нисә тапҡыр ҡоҫоу эсте таҙарта. Һөттә бешерелегән дөгөнө ашау йөҙҙө йәшәртә. Әстерхан сәтләүеген һәм хөрмәне һөт менән ашау ҙа шундай уҡ һөҙөмтә бирә. Был файҙалы ризыҡ күҙ ауырыуҙарын да дауалай.
(Мәғлүмәт “Башҡортостан” календарынан)