-2 °С
Ясно
Мең дә бер кәңәш
3 Декабря 2021, 05:39

Биҙәүестәр ҡараймаһын тиһәгеҙ...

Биҙәүестәр ҡараймаһын тиһәгеҙ...   Ювелир биҙәүестәрҙе таҡмаған саҡта ситса ҡулъялыҡҡа төрөп, ҡоро урында һаҡларға кәрәк, сөнки улар дымды яратмай. Алтын сылбыр ҙа тән тирләүенән тоноҡлана. Ә ынйы, гәрәбә, фирүзә ташынан эшләнгән муйынсаҡты сөйгә элеп түгел, һуҙып һалып “ял иттерергә” кәрәк. Тәбиғи таштарҙан эшлэнгэндәре “тере” була һәм “арый”.

Добавить в предпочтительные источники Google
Биҙәүестәр ҡараймаһын тиһәгеҙ...Биҙәүестәр ҡараймаһын тиһәгеҙ...
Биҙәүестәр ҡараймаһын тиһәгеҙ...

Хатта ынйының яңылыш сыйылған урыны таң атыуға бөтәшеп тә ҡуя. Ул шулай үҙ-үҙен дауалауға һәләтле. Көмөш балдаҡта урыны-урыны менән ҡара таптар хасил булһа, аш һеркәһенә мансылған сепрәк менән ипләп кенә ышҡып таҙартығыҙ. Алтын сылбырҙың ялтырауы тоноҡланһа, усығыҙға бер-ике тамсы шампунь тамыҙып, бармаҡ менән күпергәнсе ипләп кенә ыуғылап сайҡатығыҙ.  (Башҡортостан календарынан)

 

Автор:
Читайте нас