Әфлисун, башҡа цитрустарҙың, гранат ҡабыҡтарын ташларға ашыҡмағыҙ – уларҙа файҙалы туҡландырғыс матдә бар. Ҡабыҡтарға һыу ҡойоп, тәүлек буйы төнәткәндән һуң – ашлама әҙер.
Ике айға бер тапҡыр һыуға аспирин иретеп һибеп алыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирер, ти, сәскә үҫтереүселәр. Ғәҙәттә, бер төймәсек дарыуҙы бер литр һыуҙа иретеп ҡулланалар.
Алоэ һуты – тәбиғи ашлама, үҫемлектең тиҙ утығып, үҫеп китеүенә булышлыҡ итә. Уны йыш ҡулланғанда гөлдәр төҫлө йәшел япраҡтары, эре матур сәскәләре менән күҙҙәрҙе ҡыуандырып ултырыр. Ярты литр һыуға бер балғалаҡ алоэ һуты ҡушырға.
Һөттө ашлама булараҡ ҡулланғанда ла, һөҙөмтәһе күҙгә күренеп торасаҡ: уны бер литр һыуға бер балғалаҡ һалып болғатып һибергә була. Унан тыш, һөт менән һыуҙы 1:10 иҫәбендә алып, гөлдәрҙең япраҡтарын таҙартырға мөмкин. Аҙнаһына бер тапҡыр шулай эшләгәндә, япраҡтар күҙҙең яуын алырлыҡ буласаҡ. (Башҡортостан календарынан)