Глитвейн. Уны алкоголь ҡушып та, алкоголһеҙ ҙә әҙерләргә мөмкин. Уның составында мотлаҡ цитрус емештәр, тәмләткестәр һәм бал булырға тейеш. Глитвейн ярҙамында тамаҡ ауыртыуын, тауыш үҙгәреүен бөтөрөп була. Шулай уҡ был эсемлек тәндәге һаҡланыу сараларын көсәйтә. Эстәге вирустарҙы үлтерә.
Башлы һуған менән ингаляция яһау. Күптәр танау тонған саҡта танауға һутын тамыҙа. Әммә һуған менән һаҡ булығыҙ: әсе һуты танау эсендәге тирене яндырыуы ихтимал. Һыу ҡайнатып, ҙур ғына башлы һуғанды 4-кә бүлеп ҡырҡырға һәм һыуға һалырға кәрәк. Ошо пар менән тын алырға кәңәш ителә.
Һарымһаҡ. Был үҫемлек, һис шикһеҙ, кеше һаулығы өсөн һанап бөткөһөҙ файҙа килтерә. Бер нисә минут эсендә ауырыу килтереүсе микроорганизмдарҙы ла үлтерә. Шуға ла уны сей килеш ашарға ла була, ҡырҡҡыслап ултыртып ҡуйып, еҫкәп кенә йөрөргә лә мөмкин.
Шулай ҙа медицина хеҙмәткәрҙәре үҙ белдегең менән дауаланырға кәңәш итмәй. Иң тәүҙә табипҡа күренеү кәрәк. Ә халыҡ рецептарын төп дауаға өҫтәмә рәүештә ҡулланырға тырышығыҙ. (Мәғлүмәт Башҡортостан календарынан)