-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
14 Октябрь 2021, 15:45

Өлкәндәргә файҙалы үләндәр

Тын юлдары сирҙәрен, атеросклерозды дауалауҙа һәм аш һеңдереүҙе яйға һалыуҙа һарымһаҡ төнәтмәһе ярҙам итә.

Өлкәндәргә файҙалы үләндәр
Өлкәндәргә файҙалы үләндәр

50 грамм таҙартылған һарымһаҡты ваҡлап, бер стакан спиртта йәки араҡыла төнәтергә. Йылы урында 3–5 тәүлек тотҡас, көнөнә 3 тапҡыр 10-ар тамсы эсергә.

Меңъяпраҡ, һуҡыр кесерткән үләндәренән, бесәй тамырынан, әнис орлоғонан әҙерләнгән төнәтмә йөрәк ауыртыуын баҫа, тынысландыра.
Бер өлөш меңъяпраҡ, ике өлөш арыҫлан ҡойроғо үләненә ике өлөш бесәй үләне тамыры һәм бер өлөш әнис орлоғо ҡушып бутарға. Бер ҡалаҡ ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Дауаны көнөнә 2-3 тапҡыр 1/3 ҡалаҡ эсергә.

Йыш ҡабатланған баш ауыртыуынан бөтнөк үләненән төнәтмә кәңәш ителә.
Ярты ҡалаҡ бөтнөк үләненә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡасы ябыҡ килеш, һыуытырға. Һуңынан боҫ өҫтөндә 15 минут ҡайнатырға. Һыуынғас, һөҙөп, бер стаканға еткергәнсе йылы һыу өҫтәргә. Көнөнә 2 тапҡыр аш алдынан ярты стакан эсергә.

Сәләмәтлекте нығытыу, ҡанды таҙартыу сараһы булараҡ керән тамыры ҡулланыла.
Бер стакан ваҡланған керән тамырына 1 литр ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, бер тәүлек төнәтергә. Көнөнә 2-3 тапҡыр аш алдынан ярты стакан эсергә.

Автор:
Читайте нас: