+1 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
23 Сентябрь , 16:03

Кер һабыны файҙаһы

Сәстәрең оҙон, ҡуйы булһын, ҡауаҡтан  ҡотолам, тиһәң, кер һабынынан да шәбен тапмаҫһың. Башта шампунь, шунан һабын менән йыуып, аҙаҡ бер нисә тамсы һеркә менән сайҡарға кәрәк. Был ысул майлы сәслеләргә килешә.

Кер һабыны файҙаһы

Тире йәшәрһен өсөн аҙнаһына 2 тапҡыр кер һабыны менән йыуырға. Һуңынан биткә балалар кремы һылырға кәрәк.

Ҡайын миндеген  кер һабыны иретмәһендә ебетеп йыуыныу тирене таҙарта.

Тымауҙың беренсе билдәләлренән үк  һабын иретмәһе ярҙам итер, уны мамыҡҡа һеңдереп танау ҡыуышлығын  эшкәртергә кәрәк.

Аяҡтағы бәшмәктән бик шәп сара. Щетканы һабынлап  боҙолған урынды йыуырға, аҙаҡ йод һөртөргә.

Теш щеткаһын кер һабыны иретмәһе менән эшкәртеп төнгөлөккә ҡалдырырға. Был ысул микробтарҙан ҡотолорға булышлыҡ итә.

Эрендән ҡотолоу өсөн, һуған, шәкәр ҡомо, һабынды 1:1 нисбәтендә алып бутарға. Ошоно йоҡлар алдынан шешеккә һылап бинт менән урарға.

Үксә ярылғанда 1 балғалаҡ сода, 1 аш ҡалағы ҡырылған кер һабыны һалынған 2 литр һыуға төшөрөргә.

Ҡояшта бешкәндә кер һабыны һыларға. Был тиренең ҡыҙарыуынан һәм күпереүҙән ярҙам итер.

Автор: