+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
21 Сентябрь 2021, 17:10

Шифалы үләндәр

Ҡарағай Ҡарағайҙың ылыҫы, ҡайыры, тубырсыҡтары, һеркәһе, йәш шытымдары, бөрөләре, ыҫмалаһы – бөтә өлөштәре лә дауалау ҡеүәһенә эйә һәм халыҡ медицинаһында киң таралған. Ҡарағай – тынысландырыусы, ҡан тамырҙары һығылмалылығын арттырыусы, һейҙек ҡыуҙырыусы, радиация менән нурланыуға ҡаршы тороусы, микробтарҙы үлтереүсе лә.

Шифалы үләндәр
Шифалы үләндәр

Үпкә ауырыуҙары булғандарға йышыраҡ ҡарағай урманында йөрөргә тәҡдим итәләр, сөнки ылыҫҡа хуш еҫ биреүсе фитонцидтар бактерияларҙы үлтереү һәләтенә эйә. Сайыры яраларҙы бөтәштерә. Ҡарағай ылыҫынан ванналар – нервы көсөргәнешенән яҡшы дауа, шулай уҡ ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтен арттыра.


Ауырыуҙарға ҡаршы тороу өсөн бер ҡалаҡ ҡарағай һеркәһен бер литр балға ҡушып болғаталар. Ошо ҡатнашманы ашарҙан ярты сәғәт алда бер ҡалаҡ ҡабырға кәрәк. Артынан мәтрүшкәле сәй эсеп ҡуйыу дауаны тағы ла әһәмиәтлерәк итер.


2 аш ҡалағы ҡарағай шытымдарын, ярты литр шишмә һыуы ҡойоп, 1 сәғәт боҫ өҫтөндә ҡайнатырға. Ҡалын таҫтамал менән урап, 1 сәғәт төнә­тергә. Аҙна дауамында көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсергә кәңәш ителә. Бер аҙ бал ҡушырға ла була.
Витаминлы сәй. Ҡарағайҙың йәш энәләрен 50 грамм алып, 2 стакан ҡайнаған һыу ҡойорға һәм 2 сәғәт ҡараңғыла төнәтергә. Тәменсә шәкәр, саҡ ҡына аш һеркәһе өҫтәргә.

Автор:
Читайте нас: