+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
26 Июнь 2021, 07:10

Тәмле сәйҙе үҙем әҙерләйем

Тыуған еребеҙҙә үҫкән үлән-сәскәләр – беҙҙең сәләмәтлегебеҙҙе нығытыр дауа ул. Уларҙы дөрөҫ һәм ваҡытында йыя, ҡуллана белеү генә кәрәк.Мин үҙем йәйен төрлө үләндәрҙән сәй әҙерләргә яратам.

Йүкә сәскәһе, мәтрүшкә, бөтнөк, болон туҡранбашы (сәскәһе һәм япрағы), ҡарағат, сейә, ҡурай еләге япраҡтары (урманда үҫкәне булһа, тағы ла шифалыраҡ), ослобаш (беҙҙә ҡайын еләген шулай тип әйтәләр), тупарбаш (ер еләге) еләгенең япраҡтарын йыйып, ышыҡта, ҡояш төшмәгән урында киптерәм. Киптерелгән еләктәрҙе өҫтәргә лә була. Шунан уларҙы бергә ҡушып, сәй яһайым. Үләндәрҙе төрлөсә ҡатнаштырып, төрлө “сорт”лы сәйҙәр әҙерләргә мөмкин. Һәр береһенең ҡабатланмаҫ тәме, хуш еҫе… Үләндәрҙе айырым ғына сәй итеп эсергә лә, ҡара сәйгә ҡушып бешерергә лә була.
Ҡышын бындай сәй сырхауҙарҙы ла ҡыуа, күңелде лә йылыта, йәмле йәй көндәренә алып ҡайта. Йәй йылыһын әхирәттәремә лә өләшәм, таныштарыма ла күстәнәс итеп алып барам.

Клара ФӘХРЕТДИНОВА.
Ғафури районы, Сәйетбаба ауылы.

Читайте нас: