-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
24 Июнь 2021, 08:48

Файҙалы тубырсыҡ

Ҡарағай тубырсыҡтарың файҙаһы иҫ киткес ҙур: улар баш мейеһендәге инсультты булдырмау ғына түгел, хатта фалиж һуҡҡан кешене лә аяҡҡа баҫтырырлыҡ көскә эйә ти белгестәр. Тубырсыҡтарҙа йөрәк-ҡан системаһына ыңғай тәьҫир иткән бик күп файҙалы матдәләр бар: улар организмда ҡан йөрөшөн яҡшырта, кислород менән байыта һәм тромб булдырмауҙа мөһим роль уйнай

Ҡарағай тубырсыҡтарының мөһим үҙенсәлеге шунда: кешене инсульт һуҡҡанда ла улар баш мейе күҙәнәктәренең үлеүен тотҡарлай ала.Шуға ла, тубырсыҡтар инсультты булдырмауҙа һәм уның арҡаһында барлыҡҡа килгән кире эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә ҡулланылған иң яҡшы халыҡ дауаһы булып һанала.
Ҡарағай тубырсыҡтарынан дарыу төнәтмәһен әҙерләү өсөн башлыса йәш, йәшел, орлоғо өлгөрөп етмәгән тубырсыҡтарҙы һайлау зарур. Уларҙы ғәҙәттә йәй аҙағында, йә көҙ башында йыялар. Тубырсыҡтарҙың оҙонлоғо 4 см.тирәһе, диаметры 3 см. ашмаҫҡа тейеш. Асылған, ҡаты, һоро төҫтәге тубырсыҡтар дауа өсөн яраҡһыҙ. Шуны ла иҫтә тотоу мөһим: тубырсыҡтарҙың өлгөрөү ваҡыты уларҙың барлыҡҡа килеүенән 6 ай үткәс башлана.
Ҡарағай тубырсыҡтарының составына С, Р,В витаминдары һәм тимер, селен, магний инә. Шулай уҡ күп миҡдарҙа таниндар һәм флавоноидтар бар. Улар артериаль ҡан баҫымын төшөрә, тромбты кисектерә, холестеринды кәметә.
Тубырсыҡтарҙы йыйғас оҙаҡ һаҡларға ярамай. Тиҙ арала төнәтмә эшләһәң яҡшыраҡ. Уның өсөн 10 ҡарағай тубырсығын ваҡларға һәм 50 мл 70 % спирт ҡойорға һәм ныҡ итеп ябып, 2 аҙна ҡараңғы урынға бүлмә температураһында ултыртып ҡуйырға. Көн һайын яҡшы итеп болғап торорға. Ике аҙна үткәс һөҙөргә һәм икенсе һауытҡа ҡойоп һаҡларға. Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 15 минут алда 1 аш ҡалағы эсергә.
Тағы ла бер ысул. Был рецепты эшләр өсөн үлсәме 4 см. артмаған, ҡаты булмаған, йәш, йәшел тубырсыҡтар алына. 1 литрлыҡ банкыға тултырылған тубырсыҡтарға 400 мл. шыйыҡ бал ҡушырға һәм 4 ай самаһы төнәтергә кәрәк. Көн һайын болғап торорға. Ошо арауыҡ эсендә тубырсыҡтар үҙҙәренең кәрәкле матдәләрен тулыһынса балға бирәсәк. Был файҙалы балды көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 15 минут алда 1 аш ҡалағы ашарға кәңәш ителә.
Шуныһын иҫегеҙҙән сығармағыҙ: халыҡ дауаларын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Сөнки артыҡ самаһыҙ, йыш ҡулланғанда баш ауыртыу, ҡоҫоу, эс китеү, ҡысыныу кеүек һаулыҡ өсөн кире эҙемтәләр күҙәтелеүе мөмкин. 60 йәштән ололарға, төрлө типтағы гепатит һәм бөйөр ауырыуҙары булғандарға тубырсыҡтан эшләнгән халыҡ дауаһын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: