+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
21 Июнь 2021, 15:25

Шифалы мендәрҙәр

Халыҡ табиптары дәлилләүенсә, дарыу үләндәренән төрлө төнәтмәләр яһап эсеү, уларҙы йәрәхәтләнгән, һыҙланған урындарға ябыу ғына түгел, ә түшәк-мендәрҙәргә тултырыу ҙа бик файҙалы икән.Оҙаҡ ятып сирләгән ауырыуҙар, тынғыһыҙ йәш балалар кесерткәндән яһалған түшәккә йәки мендәргә ятҡырыла. Ул тәнде боҙолоуҙан һаҡлай, кешене тынысландыра, бындай мендәрҙә йоҡо ла тәмлерәк була.

Шифалы мендәрҙәр
Халыҡ табиптары дәлилләүенсә, дарыу үләндәренән төрлө төнәтмәләр яһап эсеү, уларҙы йәрәхәтләнгән, һыҙланған урындарға ябыу ғына түгел, ә түшәк-мендәрҙәргә тултырыу ҙа бик файҙалы икән.
Оҙаҡ ятып сирләгән ауырыуҙар, тынғыһыҙ йәш балалар кесерткәндән яһалған түшәккә йәки мендәргә ятҡырыла. Ул тәнде боҙолоуҙан һаҡлай, кешене тынысландыра, бындай мендәрҙә йоҡо ла тәмлерәк була.
Йоҡоһоҙлоҡтан, нервы ауырыуҙарынан интеккәндәргә иһә мендәрҙең ҡайын япрағы, арыш һаламы, аҡтамыр үләне ҡушып яһалғандары сихәт бирә. Йәнә имән япрағын, мәтрүшкә, кейәү үләне, ҡомалаҡтың уҡмаш сәскәһен, шыршы тубырсығын өҫтәргә була.
Йәш ғаиләләргә, яңы никахлашҡандарға махсус ғашиҡтар мендәре яһала. Йыйнаҡ ҡына мендәрҙең тышы сигеү менән биҙәлә, ә эсенә 7 төрлө тысымлы үлән һалына:
  1. кесерткән – йән һәм тән “боҙомдарынан” һаҡлай;
  2. ҡайын япрағы – сафлыҡ бирә;
  3. имән япрағы – ныҡлыҡ, тоғролоҡ өҫтәй;
  4. әрем – хуш еҫ бирә,хистәрҙе көсәйтә;
  5. андыҙ япрағы- туғыҙ төрлө көс, йөҙ төрлө дауа бирә;
  6. мәтрүшкә – наҙ тыуҙыра, тынысландыра, яҡшы йоҡлата;
  7. кейәү үләне – хуш еҫ тарата, тәнгә рәхәтлек бирә.
  8. Читайте нас: