Халҡыбыҙҙа кешенең күркәм, ылыҡтырғыс йөҙ-ҡиәфәте хаҡында әллә күпме әйтем, мәҡәлдәр бар: “Матурлыҡ - йөҙҙә, мөләйемлелек – һүҙҙә, “Сырайы юҡтың ырайы (кәйефе) юҡ, “Йөҙө ниндәй, үҙе шундай”, “Ҡарашы – ҡояш”, “Йөҙө тулған ай кеүек”, “Биттәре пар алма” һ.б. Сәләмәт кеше һәр ваҡыт матур, йәш күренә. Һау булыу, ҡартайыуҙы кисектереү өсөн, түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү ныҡ ярҙам итә:
Ныҡ туйғансы ашамағыҙ! Был организмға ял бирә, әүҙемлекте арттыра.
Йәшегеҙгә ярашлы ризыҡ ашағыҙ. 30 йәшлектәргә – бауыр менән сәтләүек (йыйырсыҡтарҙы булдырмай), 40-тан һуң – бөйөр һәм сыр (стресстан ярҙам итә), 50 – нән һуң балыҡ ашау (йөрәккә, ҡан тамырҙарына файҙалы) һәйбәт.
Күңелегеҙгә хуш шөғөл табығыҙ! Эшләмәгәндәр йәштәштәренән олораҡ күренә.
Парлы булығыҙ! Мөхәббәт, һөйөү – ҡартлыҡҡа ҡаршы ҡаҡшамаҫ кәртә.
Һәр нәмәгә үҙ фекерегеҙ булһын. Тормошҡа айыҡ, ныҡлы ҡарашы булғандар күңелһеҙлектәргә бирешеп бармай.
Хәрәкәтләнегеҙ! Хәрәкәттә- бәрәкәт, тиҙәр. Көнөнә 8 минут спорт менән шөғөлләнеү ҙә ғүмерҙе оҙонайта.
Һалҡынса бүлмәлә йоҡлағыҙ! Ярайһы еләҫ – 17-18 градус йылылыҡта йоҡлған кешеләрҙең оҙағыраҡ йәш булып ҡалыуы иҫбат ителгән.
Үҙегеҙҙе яратығыҙ! Үҙегеҙҙе баһалай белегеҙ, гел кәмһетеп, сикләп тормағыҙ.
Асыуығыҙҙы эскә йотмағыҙ! Үҙ эсенә бикләнгәндәр яман сир менән йышыраҡ ауырый. (Башҡортостан календарынан)