+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
16 Июнь 2021, 13:11

Йөҙөмдә яҙ ҡояшы балҡый

Тормош һынауҙарына бирешмәй, гел йәш һәм сибәр булып ҡалғығыҙ киләме? Минең һеҙгә асыр серҙәрем бар.Һәр нимәгә шатланырға һәм шатлыҡ таратырға өйрәнергә кәрәк. Ҡыуанысты йонсотҡос тойолған ямғырҙан да, балағыҙ сыймаҡлаған һүрәттән дә, ҡолағын һәлендереп һеҙгә тоғро ҡараштарын төбәгән этегеҙҙән дә, тәҙрә төбөндә сәскәгә тумаланған гөлдән дә табырға була. Ысын! Шул саҡта ғына һин үҙеңде һөйөклө һәм һөйкөмлө итеп тоясаҡһың.Минең серҙәрем былай:

Йөҙөмдә яҙ ҡояшы балҡый
Тормош һынауҙарына бирешмәй, гел йәш һәм сибәр булып ҡалғығыҙ киләме? Минең һеҙгә асыр серҙәрем бар.
Һәр нимәгә шатланырға һәм шатлыҡ таратырға өйрәнергә кәрәк. Ҡыуанысты йонсотҡос тойолған ямғырҙан да, балағыҙ сыймаҡлаған һүрәттән дә, ҡолағын һәлендереп һеҙгә тоғро ҡараштарын төбәгән этегеҙҙән дә, тәҙрә төбөндә сәскәгә тумаланған гөлдән дә табырға була. Ысын! Шул саҡта ғына һин үҙеңде һөйөклө һәм һөйкөмлө итеп тоясаҡһың.
Ә М Минең серҙәрем былай:
  1. Йөҙөбөҙҙө йәш, матур көйө һаҡларға хыялланабыҙ. Бының өсөн битегеҙгә балсыҡ һөртөгөҙ. Балсыҡтың тирене тарттыра, туҡландыра, ағарта торғандары була. 1-2 ҡалаҡ балсыҡҡа (аҡ, күк йәки ҡыҙыл балсыҡ)һалҡынса һыу ҡойоғоҙ. Ауылда яр буйындағы ҡәҙимге ҡыҙыл балсыҡ та ярай. Тик уны тәүҙә ваҡ иләктән иләп, таштан таҙартырға кәрәк. Йомортҡа һарыһы һәм бер нисә тамсы зәйтүн майы өҫтәгеҙ, бер аҙ лимон һуты һығығыҙ һәм, теләһәгеҙ бер нисә тамсы аҡ сәскә төнәтмәһе тамыҙығыҙ. Барыһын бергә болғатығыҙ ҙа битегеҙгә һылағыҙ. Битлек кибеп тирене әҙерәк тарттыра башлағансы көтөгөҙ. Шунан ипләп кенә йылымса һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.
  2. Мин үҙем йәйгеһен көнөнә мотлаҡ бер нисә салат япрағын ашайым(шуға күрә ашҡаҙаным борсомай, тыныс йоҡлайым). Салат япрағында ғына һөйәк һәм нервы күҙәнәктәренә кәрәкле матдәләр бар.
    Ҡышҡыһын иһә ҡара торма, кишер һәм сөгөлдөр турамаларын йыш ашайым. Улар баш мейеһе эшмәкәрлегенә файҙалы. Ә укроп һәм петрушка йөрәк, ҡан тамырҙарына ярҙам итә.
    Бөтә төр бит тиреһенә лә килешкән туҡландырыу битлектәрен түбәндәгесә әҙерләргә мөмкин:
    - 1 ҡалаҡ ниндәй ҙә булһа йәшелсә-емеш һутына бер ҡалаҡ он ҡушам да бутҡа һымаҡ булғанса һөт менән шыйыҡлайым;
    - сей картуфты ҡырғыста ҡырып, һыуын һығып алып, марляға һалырға ла биткә һыларға һәм һығып алынған һуты менән сылатырға.
    Ниндәй генә битлек булмаһын, уны һылағас, 5-10 минуттан ҡайнап һыуытылған һыу менән йыуып, битегеҙгә яраҡлы берәй крем һөртөгөҙ.
    Муйынығыҙҙы ла онотмағыҙ. Йәшегеҙҙе иң тәүҙә муйын белгертә бит!
    1. 2. Сәсемде һоло төнәтмәһе менән йыуам.
    2. Һолоно кистән термосҡа һалып ҡуям. Иң тәүҙә сәсегеҙҙең төрөн асыҡлағыҙ.
      - Ҡоро сәстәрҙең остары саталанмаһын өсөн бәпембә, юл япрағы йәки шалфей төнәтмәһе менән сайҡағыҙ.
      - Тоноҡ сәстәрҙе ялтыратыр өсөн, 1 йомортҡа һарыһына 1 ҡалаҡ коньяк ҡушылған бутҡаны сәскә һылап, йылы таҫтамалға урарға кәрәк. 30-60 минуттан йыуырға.
      Диңгеҙ тоҙо ҡушылған ванналар ҙа файҙалы. Тән тиреһе йомшаҡ, шыма булып китә. Тоҙло һыу арыуҙы ала, тыныс йоҡлата, хәл индерә.
      1. Йәйәүләп күп йөрөйөм. Аҙ ашарға, әммә шыйыҡлыҡты күп эсергә тырышам. Бер ҡасан да киске 7- нән һуң ашамайым!
      2. Иртәнсәк брынза, сыр, бешкән йомортҡа, аҡ май, ҡайнатма йәки бал, бер телем икмәк ашайым да сәй эсәм.
        Тағы ла бер серем бар, быныһы бигерәк тә яҙ көнө килешә.
        Йөҙҙө ағартыу өсөн. 2 ҡалаҡ ваҡланған йәшел петрушка япрағы өҫтөнә бысаҡ осонда ғына ваҡ тоҙ (“эсктра”)ҡушам да, һут сыҡҡансы иҙәм. Ошо ҡатнашманы төнгөлөккә битемә, муйыныма һөртәм.
        Сафландыра торған лосьон. 50 г йәшел петрушка өҫтөнә ярты литр һыу ҡойоп 15 минут ҡайнатам, һөҙәм, һыуытам һәм көнөнә 2-3 тапҡыр битемә һөртәм.
        Бөтә төр биткә лә файҙалы йәшәртеүсе лосьонды былай әҙерләгеҙ. Берәр ҡалаҡ кипкән бөтнөк, аҡ сәскә, һары мәтрүшкә һәм йүкә сәскәһен бергә ҡушырға. Өҫтөнә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Аҙаҡ һарҡытып, килеп сыҡҡан төнәтмәгә 2 ҡалаҡ араҡы ҡойорға. Был лосьонды һыуытҡыста тотоғоҙ һәм һәр кис битегеҙҙе сылатығыҙ.
        Оҙаҡҡа һуҙмағыҙ! Бөгөндән үк башлағыҙ! Бер айҙан үҙегеҙгә ҡарап аптырарһығыҙ – күҙ төптәренең ҡарайыуы кәмегән, бит тиреһе һығылмалы, шыма булып ҡалған. Ә күҙ тирәһендәге ваҡ йыйырсыҡтар бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан!
        Н. Мөхәмәҙиева, Өфө ҡалаһы. “Башҡортостан ҡыҙы”,№3, 2003 йыл
        Читайте нас: