-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
15 Июнь 2021, 10:34

Матурлыҡ шифалы

Имеш, бер байбисә ауырып киткән. Табиптар, сирең үлемесле, тигәс, йәшәүҙән төңөлөп, үҙ-үҙенән дә, кешеләрҙән дә биҙеп, ҡара көйөп, түшәккә йығылған. Бер саҡ күрше ауылдан йәшлек әхирәте хәл белергә килгән. Уртаса көн итһә лә, яҡты йөҙлө, мөләйем, аҡыллы ҡатын икән.

Байбисәгә:
- Һауығырһың, - тигән,- тик өс кенә шартты даими үтә.
- Меңен үтәр инем, ни эшләргә?
- Күңелең менән матур бул – яҡшылыҡҡа ынтыл; йөҙөң менән матур бул – һыҙланһаң да, гел генә йылмай; килешең менән матур бул – кәүҙәңде һәр саҡ тура йөрөт.
Ни ғәжәп, шулай матурлыҡҡа ынтылып, бабисә һауығып киткән.
Ә ҡатын-ҡыҙҙарға, был өс ҡағиҙәне тотоноуҙан тыш, төрлө битлектәр ҙә яһарға була.
*Йомортҡа һарыһын яҡшылап бутап, шуға 2 балғалаҡ үҫемлек майы (иң һәйбәте – зәйтүн майы), 2 аш ҡалағы ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән кишер өҫтөргә. Биткә, муйынға һылап, 20 минут тоталар. Йыйырсыҡтарҙы “тигеҙләй”, бит тиреһен шымарта.
*Алманы аҙ ғына һөттә бешереп алып, йылы килеш биткә һыларға. 20 минуттан һалҡын һыу менән йыуып алына. Бит тиреһен йәшәртә, сафландыра.
* Ҡоро сүпрәне йылы һыуҙа ҡаймаҡ ҡуйылығында иҙеп, биткә һылайҙар. 20 минуттан йылы һыу менән йыуалар. Майлы, һытҡылы битте таҙарта, күркәмләндерә.
  1. 1
    Читайте нас: