-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
2 Июнь 2021, 15:11

Тәҙрә төбөм гөл генә

Гөл һулып, ауырып, үҫә алмай ултырған осраҡта уға өй шарттарында әҙерләүе ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған иретмә һибеп, терелтеп алырға мөмкин.

Тәҙрә төбөм гөл генә
Гөл һулып, ауырып, үҫә алмай ултырған осраҡта уға өй шарттарында әҙерләүе ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған иретмә һибеп, терелтеп алырға мөмкин. Бының өсөн 5-6 йомортҡа ағына 1 литр йылы һыу ҡойоп бер аҙна төнәтергә. Һуңынан был төнәтмәгә 10 литр һыу өҫтәп ҡойоп, гөлдәргә һибергә кәрәк. Был иретмә хуш еҫле булмаһа ла, гөлдәргә тиҙ арала йән өрөп, үҫеп китергә ярҙам итер.
Тәҙрә төптәрегеҙ аллы- гөллө сәскәгә күмелеп ултырыуын теләһәгеҙ, сүпрә иретмәһен һибергә мөмкин. Сүпрә үҫемлектәрҙе файҙалы һаналған матдәләр менән тәьмин итә, фитогормондар бүлеп сығара. Гөл төбөнә сүпрә иретмәһе һипкән саҡта төрлө микроорганизмдарҙың активлығы көсәйә, азат һәм фосфор бүленеүе менән органик есемдәрҙең минералға әүерелеү процесы тиҙләтелә. Гөлгә 1 % сүпрә иретмәһен һибеү бер миҙгелллек комплекслы ашлама индереүгә тиң. Был сүпрә иретмәһен 10 г сүпрәгә 1 литр һыу нисбәтендә әҙерләйҙәр.
Читайте нас: