Һөйәк һыҙлаһа, андыҙ үләненең тамырын алып, бәрәңге менән бергә бешереп, һыҙлаған ергә һалырға кәрәк. “Андыҙ барҙа ат үлмәҫ” – ти халыҡ мәҡәле лә. Андыҙҙы бушлай ғына алырға ярамай, хәйер итеп, ергә икмәк һынығы, тоҙ һалып ҡалдырырға кәрәк.
Ашҡаҙан, эсәк ауыртҡанда, өс андыҙ тамырын йыуаһың һәм ҡырып, турап, өс литр һыуҙа бер сәғәт ҡайнатаһың. Шул ҡайнаған һыуға ике аш ҡалағы шәкәр өҫтәп, бер аҙ төнәтәһең. Шунан көн дә сәй кеүек эсәһең, ашар алдынан да, һуңынан да мөмкин. Кешенең бөтә ғәмәлен таҙарта. Эс, бауыр, бөйөр, баш ауыртыуынан да бик һәйбәт, шеште лә ҡыуа андыҙ һыуы. Ә бешкән андыҙҙы алып, аяҡ быуынына бәйләп ятһаң, һыҙлау бөтә. Андыҙҙы августтың ун биштәрендә йыялар.
Аяҡ һыҙлаһа, дегәнәк япрағын йылы һыуҙа сылатып, һул яғы менән ябыр кәрәк. Ә орлоғон һыҙлауыҡ сыҡҡанда тәүге көн – берҙе, икенсе көн – икене, өсөнсө көн биште ашайҙар. Орлоҡ таҡ һанда булырға тейеш.
Аяҡ, ҡул быуындарын дауалау өсөн май айында, үләндең әле генә сыҡҡан сағында, ете төрлө үлән йыйып, быҡтырып, шуға ултырырға кәрәк. Үләндәр ете төрлөнән дә кәм булмаһын.
Ҡырмыҫҡа иләүенә ултырыу ҙа бик килешә. Бының өсөн ҡырмыҫҡа иләүен тоҡҡа тултырып алып ҡайтып уны берәй һауытҡа һалып, өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡойорға. Ҡырмыҫҡа иләүенең майы өҫкә сыға. Һыуына төшкәс, ике сәғәткә яҡын ултырырға. Йыуынғас бер аҙ баҫырынып ятырға, тирләттерә, ана шуның файҙаһы була.
Май айында ете төрлө үлән ауыҙ итергә, балтырғандан өс тапҡыр аш бешереп ашарға кәрәк.