+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
25 Май 2021, 10:34

Һуған ҡабығы

Һуған ҡабығы ҡайнатмаһы һалҡын тейҙергәндә ҡаҡырыҡ сығарырға ярҙам итеүсе, эсте йомшарта, һейҙек ҡыуҙырта торған витамин сығанағы, микробтарға ҡаршы, ҡан тамырҙарын нығытыусы сара булараҡ та билдәле.

Анегина менән йыш яфаланғанда, һуған ҡабығы өҫтөнә эҫе һыу ҡойоп ултыртығыҙ һәм һөҙөп алып, тамағыҙҙы сайҡатығыҙ.
Һыуыҡ тейеүҙән йә аллергиянан тымаулап торһағыҙ, ҡайнар һыуға дүрт ҡалаҡ ваҡланған һуған ҡабығын ташлап, быуын 2-5 минут тирәһе һулағыҙ.
Йүтәлләгәндә 2 ҡалаҡ һуған ҡабығына 2 стакан һыу ҡойоп, 15 минут ҡайнатығыҙ ҙа, һөҙөп алып, шул һыуҙы ашарҙан ярты сәғәт алда ¼ стакан күләмендә көнөнә өс тапҡыр йылы килеш эсегеҙ.
Бөйөр һәм һейҙек ҡыуығы ауыртҡанда ла һуған ҡабығы ярҙам итер. Бының өсөн 3 балғалаҡ ваҡланған һуған ҡабығына 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә кәрәк. Цистит менән ҡаты ауырығанда был төнәтмәне 50 мл күләмендә көнөнә ике тапҡыр эсергә кәрәк.
Ҡан тамырҙары тынысһыҙланған осраҡта 2 ҡалаҡ һуған ҡабығын 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, алты сәғәт төнәтеп, 70- 10 көн дауамында ашарҙан ярты сәғәт алда ¼ стакан күләмендә көнөнә 3 тапҡыр эсергә кәрәк.
Читайте нас: