+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
14 Апрель 2021, 09:56

Ҡатын-ҡыҙ – матурлыҡ сығанағы

Психологтар фекеренсә, ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт матур, күркәм булып йәшәргә тейеш. Әгәр ҙә ул быға аҡса, ваҡыт һәм көс тапмай йәки йәлләй икән, тимәк, ул үҙен инҡар итә тигән һүҙ. Оҙаҡ йылдар үҙ-үҙен ҡараған, үҫеше өсөн бер нәмә йәлләмәгән ҡатын-ҡыҙҙарға эгоистка, үҙе өсөн генә йәшәй тигән кире ҡараш йәшәп килде. Ә төптән уйлап ҡараһаң, ер йөҙөндәге бөтә матурлыҡты тыуҙырыуға һәләтле ҡатын-ҡыҙ нишләп һылыу булмаҫҡа, үҙаңы, үҫеше өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланмаҫҡа тейеш?

Гүзәл заттан иң тәүҙә сафлыҡ, хуш еҫ бөркөлөү мөһим. Составында спирт ҡушылмаһы булған хушбуйға түгел, ә эфир майҙарына өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ, сөнки нәҡ эфир майҙары ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғи еҫен асыуға булышлыҡ итә, уны һаҡлау сараһы ролен дә үтәй. Гүзәл заттарға иң тап килгән хушбуй, хуш еҫ – ул рауза менән йәсмин. Матурлыҡ элексиры булып шулай уҡ: бал, йөҙөм, зәғферән (шафран), финик, инжир, рауза гөлөнөң япраҡтарын ҡушып ҡайнатылған сәй һанала. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға төрлө сәскә-үлән, емеш-еләк сәйҙәрен эсеү файҙалы. Тәмләткестәрҙән кардамон менән дәрсенгә (корица) өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителә. Шулай уҡ һөт эсеү ҙә файҙалы, ул гүзәлдәребеҙҙә ҡатын-ҡыҙ энергияһын булдырыуға булышлыҡ итә икән. Тик һөттө зәғферән(шафран) тәмләткесе ҡушып эсергә кәрәк. Ә ҡәүһә эсеү хупланмай, сөнки уны гүзәл зат эсемлеге түгел, ә ирҙәр эсемлеге, тип һанай белгестәр. Ҡәүһә ҡатын-ҡыҙҙарҙы физик яҡтан ғына түгел, ә энергия яғынан да һулытыуға, һығылмалылыҡты бөтөрөүгә килтерә, тиҙәр.
Ҡатын-ҡыҙҙар мотлаҡ үҙ тәндәренә килешле, матур, ыҫпай, күркәм кейем һайлап кейенергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта кейгән кейемдәре уларҙы һаҡлау бурысын да үтәүе мөһим. Кейем формаһы аҫтан иркен булыуы шарт, мәҫәлән, оҙон итәк, шул рәүешле ҡатын-ҡыҙҙар үҙенә Ерҙән энергия ала.
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ялтырап торған биҙәүестәр, алтын-көмөштәр тағып йөрөү кәңәш ителә. Улар – күҙ тейеүҙән, көнләшеүҙән, сит-ят ҡараштан, ҡара көстәрҙән һаҡлай. Массаж эшләтеү ҙә гүзәл заттар өсөн бик файҙалы, сөнки ул нервы системаһын нығыта, күңелгә, йәнгә ял, шифа бирә, һалмаҡлыҡ, нәзәкәтлек кеүек сифаттар өҫтәй.
Шулай уҡ гүзәл заттарға үҙ һөйләшеүҙәренә, нисек аралашыуҙарына ла иғтибар итергә кәрәк. Ҡысҡырып, тауыш күтәреп һөйләшеү, енләнеү ҡатын-ҡыҙ энергияһын бөтөрә, уларҙы тупаҫ затҡа әйләндерә. Ҡатын-ҡыҙҙың тауышы йомшаҡ, наҙлы яңғырарға, ә һөйләшеүе матур, баҫалҡы булырға тейеш. Комплименттар әйтеү, кәрәкле аффирмациялар ҡулланыу, матур, күңелгә ятышлы кешеләр менән аралашыу хуплана, энергия-көстө арттыра.
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: