Ҡунаҡ саҡырырға булһағыҙ, ғөрөф-ғәҙәт буйынса иртәрәк хәбәр итегеҙ.
Ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ һәм хөрмәт менән ҡаршы алығыҙ, һәр кемде урынына ултыртығыҙ.
Ниндәй генә ләззәтле булһа ла, аштарығыҙҙы маҡтамағыҙ, ҡунаҡтарҙы ашарға ҡыҫтамағыҙ. Ҡунаҡ итеүсенең вазифаһы ҡунаҡтар алдына аш килтереү була. Ашау һәм ашамау ҡунаҡтарҙың ихтыярындалыр.
Ҡунаҡтарҙың һәр береһенең янында әҙерәк тороғоҙ, һөйләшегеҙ. Ҡайтҡандарында матур йөҙ менән хушлашып, рәхмәт әйтеп ҡалығыҙ.
Мәжлес һәм ашау ҡағиҙәләрен камил үтәгеҙ. Ни ҡәҙәре оҡшамаған аш килтерһәләр ҙә, яратмағанығыҙҙы белдермәгеҙ. Ашарға теләгән ризыҡтарығыҙҙы ашағыҙ, теләмәгәндәрен әҙәпле генә кире ҡуйығыҙ. Бүлеп алмағыҙ.
Аш тамамланғас, ҡулдарығыҙҙы йыуып, рәхмәт әйтеп, әҙәпле хушлашығыҙ.
Мәжлескә барырға ҡаршылыҡ килеп сыҡһа, бара алмауығыҙҙы белдереп хәбәр итегеҙ.
Аш һәм туй мәжлестәре ойошторғанда, башҡаларҙан көнләшеп, хәлегеҙҙән артыҡ мал исраф итмәгеҙ.