+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
28 Ғинуар 2021, 13:31

Тәҙрә төбөм гөл генә

Гөлдәр йортобоҙҙо күркәмләп кенә ҡалмай, һауаны кислород менән байыта, төрлө төҙөлөш материалынан бүленеп сыҡҡан зарарлы матдәләрҙе юҡҡа сығара, өй йылыһы бирә. Үҫемлектәр менән дуҫ әхирәттәребеҙҙең был тәңгәлдә һорауҙары ла байтаҡ.

«Магазиндан иҫ киткес матур гөлдәр һатып алам, тик улар оҙаҡҡа сыҙамай, ҡорой ҙа ҡуя. Әллә тәрбиәләй белмәйемме?

Гөлдәр».

Тәү сиратта гөлдөң ниндәй шарттарҙы үҙ иткәнен асыҡлау мөһим. Был хаҡта үҙ аллы мәғлүмәт тупларға мөмкин, һатыусыларҙан һорарға ла тартынмағыҙ. Магазинда иһә гөлдө ентекләп ҡарағыҙ. Ул матур булып ултырырға тейеш. Япраҡтарының артҡы яғында ҡоротҡостар йә ауырыу билдәләре күренмәйме? Тупрағында үңәҙ, күгәргән ерҙәре юҡмы? Ул артыҡ дымлы түгелме?
Ҡайһы бер етештереүселәрҙең үҫемлектәргә, ҡупшы булып сәскәләргә күмелеп ултырһын өсөн, стимуляторҙар, ҡатмарлы ашламалар һибеүе сер түгел. Шул уҡ ваҡытта гөлдәр үҙенә тап килгән идеаль шарттарҙа тотола: һауа дымландырыла, яҡтылыҡ кәрәгенсә. Өйрәнгән мөхитте алмаштырып, икенсе ергә килеп ултырғас (бында «юл аҙаптарын», кибет кәштәләрендә хужаһын «көтөп ултырған» ваҡытты, һеҙҙең өй шарттарына күсеүҙе лә индерергә кәрәк) үҫемлектәр стресс кисерә, көсһөҙләнә.
Ҡыш көнө үҫемлектәрҙе ҡаплап ҡына алып ҡайтырға ла, төргәгенән сисмәй бер аҙ ултыртып торорға кәрәк. Гөлдөң һынған урындары булһа, яраһына күмер онтағы һибәләр йә йәшел һыу (зеленка) һөртәләр. Махсус иретмәләр ҡулланырға ла мөмкин.
Тағы ла бер тапҡыр ентекләп ҡарап сығалар (лупа ла ҡамасауламаҫ). Ауырыуҙар, ҡоротҡостар эҙен күрһәгеҙ, бер нисә тапҡыр, 3 – 5 көн аша, препараттар менән эшкәртергә кәрәк булыр. Йәшел һабын йә марганцовка иретмәһен ҡулланырға мөмкин.
Шунда уҡ икенсе һауытҡа күсереп ултыртырға ашыҡмағыҙ. 2 – 4 аҙна яңы урынға өйрәнһен. Был ваҡытта башҡа үҫемлектәрҙән дә айырымыраҡ тотоу хәйерле.
Көслө ҡояш нурҙары төшкән урын да, үтә иҫкән ел дә оҡшамаҫ уға. Һауаны дымландырыу йыһаздары яҡшы, бер ҙә булмаһа, гөлдөң эргәһенә һыу һалынған һай тәрилкәләр ултыртырға, еүеш таҫтамал элеп ҡуйырға мөмкин. Үҫемлекте артыҡ борсомаһағыҙ, ул тап һеҙҙең өй шарттарына өйрәнеп тә китер. Яңы япраҡтары күренә башлаһа, барыһы ла уңышлы бара, тигән һүҙ.
Гөлдөң япраҡтарын, ботаҡтарын ҡырҡыуҙы, бик кәрәк булмаһа, бер нисә айҙан ғына башҡарыу хәйерле.
Яңы көршәккә күсереп ултыртыу өсөн иң яҡшы ваҡыт – яҙ айҙары, йәй башы. Һатып алғандағы һауыты бик бәләкәс икәне күренеп торһа, бер нисә аҙнанан һуң күсереп ултырталар. Белгестәр гөлдөң тамырын борсомаҫҡа кәңәш бирә. Уны тупрағынан таҙартып йыуыу – һис кәрәкмәгәне ғәмәл, быны ер бик зарарланған хәлдә генә эшләү зарур.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: